Саҡмағош районында кешелекһеҙ енәйәт теркәлгән: ике ир урындағы хужаны алдап, ике баш малын һуйып алып киткән. Йәмғеһе уғрылар 80 мең һум самаһы торған 300 килограмдан ашыу иттең башына еткән.
Хәл былай булған. Үҙҙәрен ит һатып алыусылар тип алдап, ике ир Сыйрышбаш ауылында йәшәгән 52 йәшлек ирҙе үгеҙен һуйырға һәм иттең килограмын 270 һумға һатып алырға өгөтләгән. Ир ризалашҡас, уның ихатаһында уҡ малдарҙы һуйғандар. Әммә эш бөткәс, “ит һатып алыусы”ларҙың аҡсаһы булмауы асыҡланған. Уҙамандар хужаны расписка яҙып, 319 килограмм итте биреп ебәрергә өгөтләгән. Ике көн эсендә 86 мең һум аҡса килтереп бирербеҙ, тигән мутлашыусыларҙың береһе. Тәүге көндәре итте алып киткән әҙәмдәр телефондан яуап бирһә лә, аҙаҡ уны һүндереп ҡуйған, бөтөнләй юғалған.
Мал хужаһы полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәфтишселәр был енәйәтте ойоштороусыны асыҡлаған. Толбазы кешеһе бер ҡайҙа ла эшләмәгән, бығаса хөкөм ителгән әҙәм булып сыҡҡан. Саҡмағоштан алып киткән итте ул Өфө баҙарында һатып өлгөргән.
Енәйәтсегә ҡаршы эш ҡуҙғатылған. Уның башҡа ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеген тикшерәләр. Әгәр ҙә был әҙәм аҡтығын таныһағыҙ, 8 (347) 279-39-02 йәки 02 (102 – кеҫә телефонынан) полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.