Йәмғиәт
21 Май 2020, 09:30

“Йоҡоға талды һәм уянманы ла ҡуйҙы...”

Ниңә ҡайһы саҡта яҙмыш шул тиклем мәрхәмәтһеҙ икән? Апрель аҙағында ирекмәндәрҙең Өфөнән 1935 йылғы Хатип Хәбиб улын ҡотҡарыуы хаҡында яҙғайныҡ.

Ниңә ҡайһы саҡта яҙмыш шул тиклем мәрхәмәтһеҙ икән? Апрель аҙағында ирекмәндәрҙең Өфөнән 1935 йылғы Хатип Хәбиб улын ҡотҡарыуы хаҡында яҙғайныҡ. Әле уның хаҡында ауыр хәбәр мәғлүм булды.
Баш ҡалала үткән ай аҙағында “Ҡартлыҡ шатлыҡ ҡына” ойошмаһы ирекмәндәре аслыҡтан ҡотҡарған Хатип Хәбиб улының ғүмере өҙөлгән. Асыҡланыуынса, ул хроник йөрәк сирле булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: оло йәштәге кеше сирле һәм атлап йөрөй алмай ине. Шуға үҙе хаҡында үҙе хәстәрлек күрә алмаған. Ул ваҡытта ҡартты ҡулынан килгәнсә ҡараған күршеһе ярҙам һорап ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткәйне. Ә бабайҙың улы үҙе инвалид ҡатынын ҡарай һәм атаһына кәрәкле ярҙамды күрһәтә алмаған.
Ирекмәндәр оло йәштәге кешене табып, тамағын туйҙырып, кәрәкле гигиена саралары менән тәьмин итеп, уның хаҡында хәстәрлек күрәсәк ойошмаға урынлаштырғайны.
“Китте олатай, йоҡоға талды һәм уянманы ла ҡуйҙы. Барлыҡ тырышлығыбыҙға, медицина һәм пансионат хеҙмәткәрҙәренең һөнәри эш итеүенә ҡарамай, китте. Уның әкренләп тән ауырлығы арта һәм һөйләшә башлағайны. Олатай хроник йөрәк сирле булған”. Бына ошолай тип яҙылған ирекмәндәрҙең социаль төркөмдәге сәхифәһендә.
Оло йәштәге кешене ерләүҙе лә ирекмәндәр үҙ өҫтөнә алған. Ул мосолман йолалары буйынса атҡарыласаҡ. Хатип Хәбиб улы Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылындағы зыяратта ерләнәсәк. Ауыр тупрағы еңел булһын!
Фото: ProUfu.
Читайте нас