Йәмғиәт
21 Май 2020, 20:00

Аҙаштырҙым бесәй балаһын...

Шағир Фәнис Сирбаев бер шиғырында яҙғанса, "әйҙә, намыҫ йәнде талаһын, аҙаштырҙым бесәй балаһын..." тиҙәрме?

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән билдәһеҙ әҙәм бесәй балаларын пакетҡа һалып, ауыҙын бәйләп, урындағы магазин янына ҡалдырып китә.
Меҫкендәрҙең тауышын ишетеп, уларҙы бер ҡатын ҡотҡарып алып ҡала. Әйтеүенсә, хужа кеше йән эйәләрен төндә ҡалдырып киткән.
Һуңғы ваҡытта яңы тыуған бесәй балаларын ҡаты бәғерле хужалары йә балкондан атып бәрә, йә ошоноң кеүек билдәһеҙ урынға ҡалдырып китә... Шағир Фәнис Сирбаев бер шиғырында яҙғанса, “әйҙә, намыҫ йәнде талаһын, аҙаштырҙым бесәй балаһын...” тиҙәр шикелле. Тик был ҡаты күңелле әҙәмдәрҙең намыҫы йәнен талаймы икән һуң? Ышаныуы бик ауыр...
Фото: "Зауралье-Онлайн" сайты.
Читайте нас