Йәмғиәт
22 Май 2020, 09:30

Ишембайҙа таҙартыу ҡоролмалары төҙөкләндерелә

Төп бурыс – кешеләр өсөн уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды идараһы ҡарары менән Ишембай канализацияһын таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау буйынса ғариза былтыр августа хупланғайны. Проекттың хаҡы – 307,2 миллион һум, шуның 60 процентын, йәғни 184 миллион һумын Фонд аҡсаһы тәшкил итә.
“Проект күләмле. Ҙур сығымды яңғыҙ күтәреү ҡыйынға төшә, шуға күрә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә. Төп бурыс – кешеләр өсөн уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу. Фондтың булышлығы менән эшебеҙ уңышлы булыр, тип ышанам, – тине республика вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев төҙөлөш эштәре барышын тикшергәндә.
Объекттағы бөтә ҡулайламаларҙы капиталь ремонтлау, насостарҙы, бутағыстарҙы, киптергестәрҙе, инженерлыҡ селтәрҙәрен, коммуникацияларҙы һәм ярҙамсы ҡорамалдарҙы алмаштырыу куҙаллана. Реконструкцияла заманса технологиялар ҡулланыла. Эште 2021 йылда тамамларға ниәтләйҙәр.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас