Иғтибарығыҙға Ишембай районының Этҡол ауылы ҡыҙы Ләйсән Йәрмөхәмәтованың һүрәттәрен тәҡдим итәбеҙ. Күренеүенсә, фотолар бигерәк үҙенсәлекле һәм сифатлы. Әйтерһең, уларҙы ысын профессионал төшөргән. Ғәмәлдә һүрәттәрҙең авторы – йәш студент. Ә сере шундай: Ләйсән бәләкәйҙән матурлыҡты күрә, тоя белә.
– Бала саҡтан тәбиғәт күренештәрен, йорт хай-уандарын, хатта бәләкәй генә бөжәктәрҙе лә фотоға төшөрөргә яратам. Минең эштәремдә тыуған Этҡоломдоң тәбиғәте, ауылдаштарым урын алған. Улар аша тирә-яҡтың матурлығын, кешеләрҙең хис-тойғоһон, эске кисерештәрен күрһәтергә тырышам, – тип яҙып ебәргән Ләйсән.
Ләйсән Йәрмөхәмәтованың фотоһүрәттәре республика күләмендә уҙған бәйгеләрҙә Гран-приға, беренсе урындарға лайыҡ булған икән. Әле ул Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки теле филологияһы факультетында ситтән тороп белем ала.
Дуҫтар, һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле ижади эштәр көтәбеҙ. Шулай уҡ автор тураһында ҙур булмаған мәғлүмәт тә яҙып ебәрегеҙ. Бәйгелә еңеүсе авторға бүләк тапшырыласаҡ.