Йәмғиәт
22 Май 2020, 05:30

Рөстәм Нәбиевҡа “супер-герой” булыу нығыраҡ оҡшай

"Беләһегеҙме, үҙем өсөн нимә астым? Мин барыһы менән дә тиң инем. Кешеләрҙең күҙҙәренә коляскала ултырғандағы ише аҫтан өҫкә түгел, ә бер кимәлдә ҡарай алдым".

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ярты йыл тигәндә тәүге тапҡыр протез аяҡтары ярҙамында оҙайлы юл үтеүе тураһында хәбәр итеп, ошоға бәйле кисерештәре менән уртаҡлашты.
“Кисә тәүге тапҡыр оҙаҡ итеп йөрөнөм. Ярты йыл былай йөрөгәнем юҡ ине. Булдырҙым! Бер тапҡыр ҙа ултырып ял итмәнем.
Беләһегеҙме, үҙем өсөн нимә астым? Мин барыһы менән дә тиң инем. Кешеләрҙең күҙҙәренә коляскала ултырғандағы ише аҫтан өҫкә түгел, ә бер кимәлдә ҡарай алдым. Үҙем өсөн ошоно асҡас, атлап йөрөүҙе һағынғанымды тағы ла нығыраҡ аңланым. Һәм миндә был протездарҙы үҙләштереү теләге тағы ла нығыраҡ көсәйҙе!
Индираға көн һайын ошолай йөрөргә өйрәнергә һүҙ бирҙем. Аҙ-аҙлап, әммә йөрөргә. Әлбиттә, был тәү сиратта үҙ-үҙемә һүҙ биреү икәнен дә аңлайым.
Әйткәндәй, протезда үҙемде коляскалағына ҡарағанда 200 процентҡа ышаныслыраҡ тоям. Эйе, коляска ныҡлыраҡ, мин уға өйрәнгәнмен дә. Йыш ҡына урамда балаларҙың: “Әсәй, ҡара әле, супер-герой ағай, уның аяҡтары тимерҙән!" - тип өндәшкәнен ишеттем. Был минең өсөн: “Әсәй, ҡара әле, инвалид ағай”, - тигәнде ишетеүгә ҡарағанда күпкә шәберәк!
Шулай итеп, баш ҡала урамдарында тимер кешене ҡаршы алығыҙ!” – тип яҙҙы Рөстәм.
Уға һаулыҡ, ныҡлыҡ, ғаилә именлеге теләйек! Көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы егет мотлаҡ мораҙына ирешер.

Фото: Р. Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас