Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Өфө районының Ҡомлокүл, Яҡшыуан, Ҡыҙылъяр, Горново, Карюгино, Тәжрибә хужалығы ауылдарында һыу алғыстар һәм һыу тәьминәте селтәренә инспекция яһаны. Бындағы төҙөлөш “Таҙа һыу” төбәк программаһына ярашлы башҡарыла.
Был – беҙҙең стратегик бурыс
– Республика халҡын таҙа һыу һәм тотороҡло эшләгән һыу үткәргестәр менән тәьмин итеү – беҙҙең стратегик бурыстарҙың береһе, бөгөнгө шарттарҙа ла беҙ уны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ, – тине Борис Беляев, ошо ауылдар халҡы менән осрашҡанда.
Һыу селтәре төҙөлөшө былтыр “Экология” милли проектына ингән “Таҙа һыу” төбәк проекты сиктәрендә башланған. Объект 2021 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. Ошо масштаблы проект тормошҡа ашырылған алты ауылда 10 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Эш графикка ярашлы бара. Әле һыу алғысты ауылдар менән тоташтырасаҡ торба үткәргестәрҙең линия өлөшөн һалыу бара. Бер юлы һыу алғыстың үҙендә лә төҙөлөш тынмай: һурҙырыу станцияһы урынлашасаҡ бинаны һалыу тамамланған, һурҙырыу ҡоролмалары монтажлана, идара итеү системалары урынлаштырыла.
Бындай һыу алғыс һәм һыу үткәргестәр республиканың башҡа район һәм ҡалаларында ла төҙөлә. “Таҙа һыу” төбәк проекты 2018 йылдың 12 декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән раҫланғайны. Уның маҡсаты – 2024 йылға республика халҡының үҙәк һыу үткәргестәр системаһынан таҙа һыу менән тәьмин ителгән өлөшөн 92,5 процентҡа еткереү. Был объекттарҙы төҙөүгә быйыл һәм алдағы ике йылға федераль ҡаҙнанан дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, республика ҡаҙнаһынан финанслау был күләмдең ике процентын тәшкил итә.
Май башында республикала, Зауыҡлы биләмәләр йылына ярашлы, Таҙалыҡ аҙналығы үткәрелде. Коронавирус эпидемияһы сәбәпле, был сарала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ғына ҡатнашты.
Бер юлы “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу ҙа дауам итә, был эште муниципалитеттарҙа 12 предприятие алып бара. Программаны үтәүгә быйылға 1 миллион 503,8 миллион һум бүленгән. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы программаның талаптары үтәлешен даими контролдә тота, талаптар үтәлмәгән осраҡта ул теге йәки был муниципалитетҡа ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса протокол төҙөргә лә мөмкин.
Билдәле булыуынса, “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу эше алты йылға иҫәпләнгән һәм ихатаның дизайн-проектын бында йәшәгән халыҡ үҙе билдәләй. Программаның 94 проценты – республика ҡаҙнаһынан, биш проценты район һәм ҡала бюджетынан финанслана, ә бер процентын ошонда йәшәгән милекселәр түләй. Быйыл республикала 480 ихатаны төҙөкләндереү күҙ уңында тотола, ә алты йыл эсендә барлығы өс меңдән ашыу ихата төҙөкләндерелергә тейеш. Төҙөүселәр үҙ эшенә өс йыллыҡ гарантия бирергә бурыслы. “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына ярашлы, был урындарҙа видеокамералар ҡуйыла.
Әйткәндәй, ихаталарҙағы балалар уйын майҙансыҡтарында йөрөү, парктарға һәм башҡа күңел асыу урындарына кеүек үк, пандемия арҡаһында сикләнгәйне, әммә уларҙы, шулай уҡ иҫтәлекле тарихи урындарҙы, төҙөкләндереү туҡтаманы, әле лә дауам итә.
Ниндәй генә пандемия шарттары булмаһын, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәтенән башҡа йәшәү мөмкин түгел. Ошондай шарттарҙа министрлыҡ, граждандарға ярҙам итеү маҡсатында, түбәндәге сараларҙы күрә:
l торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидияны автоматик рәүештә оҙайталар (әгәр ҙә уның ғәмәлдә булыу ваҡыты 1 апрелдән 1 октябргә тиклем арауыҡта тамамлана икән);
l 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем фатир өсөн, коммуналь хеҙмәттәргә, капиталь ремонтҡа иғәнә түләү ваҡытын кисектергән өсөн пени һәм штрафтарға мораторий индерелә;
l 2021 йылдың 1 ғинуарына саҡлы бурыс өсөн коммуналь хеҙмәттәр биреүҙе туҡтатыу тыйыла, иҫәпләгестәргә тикшереү үткәрелмәй.
Республика ҡалалары һәм ауылдарында соҡорҙарҙы ремонтлау эшенә лә иғтибар кәмемәй. Бөгөнгә электрон системаға 247 мең юл соҡоро индерелгән. Май башына ҡарата 10 мең соҡор ремонтланған. Ә был иһә, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев раҫлауынса, май айы графигының үтәлешенә – бөтә ошо күләмдең яртыһы эшләнәсәгенә ышаныс уята.
Юл хәүефһеҙлеге өсөн айырыуса хәүеф тыуҙырған соҡорҙарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк бөтөрөү маҡсатында интер-әүҙем карта ла камиллаштырыла. Тимәк, һәр кем соҡорло урынды фотоға төшөрә һәм уны ҡаланың коммуналь хеҙмәтенә ебәрә ала. Был ысул үҙенең йоғонтололоғон күрһәтеп өлгөрҙө лә инде, сөнки Өфө ҡалаһы хакимиәте уны былтыр уҡ ҡуллана башлағайны. Бер йыл самаһы ваҡыт эсендә соҡор-саҡырҙар буйынса 3124 мөрәжәғәт килгән һәм тиҙ арала тейешле ойошмаларға сара күреү өсөн тапшырылған. Ә был мобиль ҡушымта интер-әүҙем картаға ҡушымта булып тора һәм ҡала халҡы өсөн хакимиәткә мәғлүмәт биреп тороуҙы еңеләйтәсәк, һис һүҙһеҙ, бындай мөрәжәғәттәр һаны ла ҡырҡа артасаҡ.
Әйткәндәй, соҡор буйынса ялыуҙы Өфө хакимиәтенә лә ебәрергә була, уның өсөн интернетта http: ufasity.info/doroga һылтанмаһын асырға кәрәк.
Быйыл апрель аҙағында-май башында Башҡортостанда йәмәғәт урындарын һәм ихаталарҙы йәшелләндереү буйынса саралар уҙғарылды. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы был юлы үҙенсәлекле булды: йәнә килеп, унда коммуналь хужалыҡ ойошмалары һәм идарасы компаниялар ғына ҡатнашты. Шулай ҙа ҡала һәм ауылдарҙа меңдәрсә ағас өҫтәлде, улар араһында ғәҙәттәге ҡарағай, шыршы һәм ҡайын ғына түгел, ә миләш, каштан, балан һәм дунала ағастары ла күп.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иҫтәлекле аллеялар – “Ҡаһармандар”, “Ветерандар”, “Дан”, “Азатлыҡ”, “Шәфҡәтлелек”, “Илһөйәрлек” аллеяларын артабан үҫтереү һәм киңәйтеү саралары күрелде. Бынан тыш, яңы йолалар ҙа барлыҡҡа килде: Өфөлә “Аксаков”, “Чемпиондар” һәм “Сирен” аллеяларына нигеҙ һалынды, Баҡалы районында “Ғаилә”, Туймазыла “Бөйөк мөхәббәт, мәңгелек һәм тормош хаҡына”, Яңауыл районында “Автомобилселәр” аллеялары асылды.
Коронавирус пандемияһы арҡаһында был яҙғы сарала ҡатнаша алмаған граждандарға үҙ шәхси баҡсаларында ағас ултыртыу һәм фотоларын социаль селтәрҙә урынлаштырыу мөмкинлеге булды.
Республика Хөкүмәтендә яңыраҡ булып үткән кәңәшмәләрҙең береһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең бөгөнгө торошо ла тикшерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығындағы был видеоконференциялағы сығыштарҙан күренеүенсә, халыҡтан “сүп-сар реформаһы”на ҡағылышлы ялыуҙар кәмегән. Ҡалдыҡтарҙың үҙ ваҡытында сығарылмауы тураһындағы ялыуҙар һаны буйынса, элеккесә, Өфө ҡалаһы, Өфө һәм Иглин райондары алда килә. Унда йәшәүселәр сығарылмай өйөлөп ятҡан сүп-сарҙы йыш ҡына фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙә күрһәтә, ә “Инцидент-менеджмент” системаһы уларҙы теркәп бара.
Кәңәшмәлә ҡала һәм ауылдарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыуҙы фототеркәү мәсьәләһе ентекле ҡаралды. Муниципалитет етәкселәренә фотоотчеттарҙың сифатына контролде көсәйтергә ҡушылды, сөнки төбәк операторы һәм уның ойошмаларының бөтә эште теркәү буйынса бурысҡа вайымһыҙ ҡарау форсаты ҡалмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, был бурыстың үтәлеше ҡәнәғәтләнерлек: апрель уртаһында фототеркәү ҡалдыҡтарҙың сығарылыу факттарының 95 процентын солғап алһа, майҙа был күрһәткестең 96 процентҡа етеүе хәбәр ителде.
– Тейешле һөҙөмтәгә өлгәштек, хәҙер был эште автоматлаштырыу кимәленә еткерергә кәрәк һәм формаль ҡарашҡа юл ҡуйылмаҫҡа тейеш, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. – Хатта коронавирус инфекцияһы һөҙөмтәһендә тыуған ҡатмарлы хәл дә беҙҙе ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса системаны уңышлы тормошҡа ашырған алдынғы төбәккә әйләнеү бурысынан ҡотҡармай.
Видеоконференцияла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған һәм сығарған өсөн түләү мәсьәләһе лә ҡаралды. Төбәк операторҙары вәкилдәре раҫлауынса, пандемия арҡаһында был түләү күләме кәмей төшкән – апрель йомғаҡтары буйынса ул 81 процент тәшкил итә.