Йәмғиәт
21 Май 2020, 19:40

Һөйәрен сәнсеп үлтергән...

Фатирҙағы ығы-зығы ҡан ҡойош менән тамамланған.

Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында ҡан ҡойошло ғаилә ығы-зығыһы теркәлгән.
32 йәшлек ҡатын әлегә билдәһеҙ сәбәп буйынса йәш һөйәркәһен бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Йөрәге яраланған ир шул урында йән бирә.

"КП-Өфө" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, мәрхүмдең кәүҙәһен ошо фатирҙа икенсе көн табалар.

Асыҡланыуынса, улар бергә йәшәгән була. Ирҙең кәүҙәһен тапҡас, кеше ғүмерен ҡыйған ҡатынды урындағы полиция бүлегенә алып киләләр. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Әле был аяныслы ваҡиға буйынса тикшереү бара, ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Versiya.info

Читайте нас