Бәлә – баш өҫтөндә, ҡаза – ҡаш өҫтөндә, тиҙәр. Ошо көндәрҙә Ғафури районының Табын ауылында ғүмер итеүсе күп балалы бер ғаиләнең ишеген көтмәгәндә бәлә ҡаға.
Улар иҫке ағас йортта ҡәҙимге тормош менән ғүмер иткәндәр. Берҙән-бер көндө өйҙөң түбәһе уйламағанда ишелеп төшкән. Күрәһең, ул быға хәтлем дә яҡшы хәлдә булмағандыр, юғиһә, ҡапыл ғына емерелмәгән дә булыр ине. Бөгөн әсәй кеше өс балаһы менән йәшәргә яраҡһыҙ йортта көн итергә мәжбүр, өҫтәүенә, йәш ярымлыҡ сабыйҙары ла бар.
Эргә-тирәбеҙҙә изге күңелле кешеләрҙең булыуы шатландыра. Мәҫәлән, “ВИТАЕ” мәрхәмәтлек фонды был ғаиләнең ҡайғыһына һис кенә лә битараф ҡалмаған. Бәхетһеҙлек тураһында ишетеү менән ярҙамға ашыҡҡан, иң беренсе кейем-һалым алып килгәндәр. Бынан тыш шәфҡәтле бүтән кешеләр ҙә төрлөсә булышлыҡ иткән.
Һүҙ ҙә юҡ, әсәй кешенең йорт түбәһен яңғыҙы ремонтларға ҡулынан килмәй. Шул уҡ ваҡытта ул опека органдары балаларын тартып алып ҡуймаһын да тип тә хәүефләнә.