Йәмғиәт
22 Май 2020, 10:00

Яҡташыбыҙҙың мәйете һаман Дубайҙа...

15 майҙа билдәле фотограф ҡыҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә фажиғәле һәләк булғайны


Дубайҙа фажиғәле һәләк булған яҡташыбыҙ, Өфө ҡыҙы Юлиә Хәбибуллина тураһында быға тиклем хәбәр иткәйнек инде. Юлиә был илдә профессиональ фотограф булып эшләгән.

Хәбәр итеүебеҙсә, 15 майҙа билдәле фотограф ҡыҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә фажиғәле рәүештә һәләк була. Ул бейек ҡаянан ҡолап вафат була.
Туғандары, яҡындары белдереүенсә, Юлиә ҡая ситендә фотоға төшөргә теләй һәм иптәштәренән үҙен фотоға төшөрөргә үтенә. Тик Юлиә 10 метр бейеклектәге ҡаянан йығылып төшә.
Үкенесле, һаман булһа ҡыҙҙың мәйетен Өфөгә алып ҡайтыу мөмкинлеге табылмаған.
Таныш әхирәте хәбәр итеүенсә, документтар әҙер булмау сәбәпле, мәйетте Башҡортостанға алып ҡайтыуҙа ҡаршылыҡтар килеп тыуған. Сәбәбе - үлгәндән һуң ҡыҙҙан коронавирусҡа алынған анализ яһау.
— Юлиәнең вафатынан инде алты көн үтте, ә мосолман традициялары буйынса мәйет тиҙерәк ерләнергә тейеш, — тип белдерә мәрхүмәнең танышы Әлфиә. - Ә иртәгә Дубайҙа ял көндәре, документтар әҙер булһа ла, мәйетте бальзамлауға ике көн кәрәк буласаҡ. Бынан тыш йәнә самолеттың ҡасан буласағы билдәле түгел.


Бөгөн Юлиәнең ғаиләһе уны сит илдә - Дубайҙа ерләү мөмкинлеген ҡарай.
Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ...

Фото:ufa1.ru
Читайте нас