Ғәҙеллек кешене матурлай, тибеҙ. Гүйә, был һүҙҙәр нәҡ Миңлеғәле Ғәҙелшинға төбәлгән кеүек.
Белорет районының Берештамаҡ ауылы старостаһы, тәртип һәм таҙалыҡ яратҡан замандашыбыҙ яҡташтарының матур йәшәйеше өсөн ныҡ тырыша. Быға беҙ ҙә шаһит булдыҡ.
"Бүтәндәр райондар, хатта күршеләр менән сағыштырғанда ла, беҙгә яҙ көттөрөбөрәк килә, – тип башланы һүҙен Миңлеғәле Ғәҙелшин. – Үҙ сиратында ер ҡарҙан һуңлап асыла. Бына шунан башлана ла инде “ҡыҙыҡ тормош”.
Замандашыбыҙ “ҡыҙыҡ тормош” тип эргә-тирәнең ҡый менән тулыуына ишаралай. Бөтә ерҙә шешә, ҡағыҙ, консерва һауыты кеүек сүп-сар ятыуына нисек түҙмәк кәрәк! Староста бындай насар күренешкә йәне әсеп, ауылдаштарын өмәгә саҡырған. "Таҙа йәшәү, матурлыҡҡа ынтылыу - һәр кемдең кешелек бурысы. Паклыҡ, сафлыҡ әҙәм балаһының кәйефен күтәрә, дәртләндерә, күңеленә яңы йәшәү һулышы бирә", - ти ул.
Өмәгә барыһы ла дәррәү ҡушылған, берәү ҙә ҡаршылашмаған, сауаплы эштән баш тартмаған. Айырыуса Йәштәр һәм Тау урамында йәшәгәндәр әүҙемлек күрһәткән. Берештамаҡтар тотош ауылды тәртипкә килтереүҙән тыш, күперҙе, юл буйҙарын ҡыйҙан таҙартҡан, хатта Инйәр ауылына илткән юлды ла ялт иттереп ҡуйған.
"Хәҙер бына тынысбыҙ, башҡарған ғәмәлебеҙҙән оло кинәнес кисерәбеҙ", – тип шатлана ауыл старостаһы.