Йәмғиәт
25 Май 2020, 18:00

Өфөләге йортто ҡомаҡтар баҫып алған

Улар ҡайҙан ҡасып килә?

Был хәл баш ҡаланың Шәфиев урамындағы күп ҡатлы торлаҡ йортта әле лә күҙәтелә.
Тәүге тапҡыр бында ҡомаҡтарҙы февралдә күрәләр. “Шунан бирле улар артҡандан-арта бара, ахыры”, тиҙәр бында йәшәүселәр. Хәҙер ҡомаҡтар подвалда ғына түгел, өҫкө ҡаттарға ла менә. Йортто уларҙан таҙартыу өсөн ветеринарҙар ҙа саҡырылған, әммә улар ағыулап сыҡҡандан һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә ҡомаҡтар тағы күҙгә салына башлаған.
Белгестәр раҫлауынса, был йәнлектәр Комсомол урамындағы йылылыҡ трассаһынан күпләп килә икән – унда ремонт эштәре бара һәм, күрәһең, ҡомаҡтар шунан ҡаса. Улар, ғәҙәттә, аҙыҡ ҡалдыҡтары ташлау сәбәпле бысраҡ булған йылы һәм хәүефһеҙ урындарҙа йыйыла.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас