Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә металл гараж юғалғаны тураһында хәбәр килә.
Тикшереүҙәр шуны асыҡлай: хаҡы 15 мең һумлыҡ гаражды 25 йәшлек егет урлаған.
Хәл былай була: йәш кеше иретеү-йәбештереү эштәре менән шөғөлләнергә була. Бының өсөн, әлбиттә, тейешле шарттар кәрәк. Мут егет аптырап тормай: гараж кооперативына барып, күңеленә оҡшаған гаражды һайлай ҙа, интернет аша йөк ташыусы техниканы саҡыртып, табышын йорт ихатаһына урынлаштыра.
Әммә яратҡан шөғөлөн башларға харам ҡылығы ҡамасаулай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, егеткә суд алдында яуап бирергә тура киләсәк.