Йәмғиәт
26 Май 2020, 09:02

Ауыл тормошо – яңы шарттарҙа

Ҡатмарлы эпидемиологик хәл ауыл тормошона ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы, әлбиттә. Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында ла үҙеңде изоляциялау режимы арҡылы сикләүҙәр булдырылды, әммә был тормош ағымы үҙ тиҙлеген кәметте тигәнде аңлатмай әле.

Ҡатмарлы эпидемиологик хәл ауыл тормошона ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы, әлбиттә. Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында ла үҙеңде изоляциялау режимы арҡылы сикләүҙәр булдырылды, әммә был тормош ағымы үҙ тиҙлеген кәметте тигәнде аңлатмай әле.


Һәүетемсә генә донъя көткәндә күп нәмәләр ҡәҙимгесә күренә, тормош мәңге бер юлдан ғына алға тәгәрәр кеүек, шуға күрә тәғәйен үҙгәрештәр алдында күптәр ҡаушап ҡала, һәр кемдең үҙ эшенә мөнәсәбәте күренә.


Яңы Собханғол ауылында эшләп килгән өс магазиндың береһе – “Гүзәлиә” магазины – изоляция тәртибе булдырылғас та, тиҙ арала яңы эш шарттарына яраҡлашыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Үҙе һатыу итеп торған магазин хужаһы Зилә Буранбаева, ҡалған ике магазиндағыларҙан айырмалы рәүештә, даими битлек-бирсәткәлә, ә ауыл халҡы бындай санитар нормаларҙы үтәмәгән хәлдә, ишектәге тәҙрә уйымынан һатыу итергә мәжбүр.


– Һатып алыусылар ағымы һиҙелерлек кәмеһә лә, кеше көн дә йөрөй. Әммә борсолоу тыуҙырған күренештәр ҙә бар: ҡайһылары бөтөнләй һаҡланыу сараһы күрмәй шул, – ти шәхси эшҡыуар.


Зилә Буранбаева көн дә ялһыҙ иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-се яртыға тиклем ауыл халҡын кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Шуныһын да билдәләү зарур: “Гүзәлиә” магазины асылғандан алып ул спиртлы эсемлектәр, тәмәке кеүек әйберҙәр һатмай, бар продукция – хәләл. Зилә Буранбаеваның тормош иптәше Артур – ауылдағы иң әүҙем ир-егеттәрҙең береһе. Уның мәсет һалдырыу, балалар өсөн боҙ майҙансығы булдырыу кеүек эштәргә индергән өлөшө ҙур.


Әле “Айыҡ ауыл” акцияһы булды­рылғанға, законһыҙ рәүештә суррогат алкоголь һатыусыларға “һунар” асылғанға тиклем үҙе дин юлында булған, сәләмәт тормош яҡлы Артур Рафаэль улы Яңы Собханғол ауылында ҡара тап булып торған эскелеккә ҡаршы көрәш йәйелдергәйне.


Ауылдың мәҙәни тормошо ла гөрләй, әлбиттә, халыҡ быйыл онлайн тәртибендә күңел аса. Китапханасы Филиә Күҫәпова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә балалар өсөн ҡыҙыҡлы марафондар, фотобәйгеләр ойоштора, кескәйҙәр йорт хайуандарын да фотоға төшөрөп һала, бесәйҙәре менән китап уҡығандарын да мәңгеләштерә, Бөйөк Еңеүгә арнап шиғырҙар уҡый, һүрәттәр эшләй.


“Китапхана төнө” акцияһы, 1 Май байрамы кеүек иҫтәлекле даталар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Тәүгеһендә Филиә Йосоп ҡыҙы ауылдағы һәүәҫкәрҙәр ярҙамында тулы концерт тамашаһы ойошторҙо: ололар ҙа, балалар ҙа йырлап-бейеп, шиғыр һөйләгәндәрен видеоға төшөрөп, “Бәйләнеш”кә һалды, виртуаль тамашасылар уларға “лайыҡ”тарын һәм йылы комментарийҙарын йәлләмәне. Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йорто байрам концерты ойошторҙо.


Йыл әйләнәһенә мәҙәни сараларҙан гөрләп торған клубтың да тын ҡалыуы, урамда ла кешеләрҙең һирәгәйеүе, күршеләрҙең үҙ-ара аралашмай тороуы бик сәйер күренеш тә, әммә кешеләр барыбер юлын таба. Үҙ эштәренә яуаплы ҡараған шәхестәр ярҙамында бар ауырлыҡтар онотолғандай. Ундайҙар күберәк булһын ине.
Читайте нас