Йәмғиәт
26 Май 2020, 08:43

“Бында августа киләсәкбеҙ”

Сибайҙар юбилейҙарын билдәләйәсәк, бөрйәндәр утлы буласаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында һәм Бөрйән районында эш сә­фәрендә булды. Ул төбәктәрҙе үҫтереү мөмкинлектәре, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты, социаль һәм мәҙәни объекттарҙы ҡарап сыҡты.


Сибайҙа Таулы биҫтәһендә “Ирән­дек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубын ре­конструкциялау тамамланып килә. Бында бокс, гимнастика, тренажер зал­дары урынлашасаҡ, төрлө секциялар һәм түңәрәктәр эшләйәсәк. Клуб янындағы биләмәлә балалар өсөн ике уйын зонаһы, спорт май­ҙан­­сығы, парк һәм сәхнәле амфитеатр бар.


Радий Хәбиров реконструкция һәм биләмәне төҙөкләндереү барышын ҡараны. Ҡала мэры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, эште июндә тамамлау күҙаллана.


2015 йылда янғындан зыян күргән Сибай филармонияһында реконструкция былтыр февралдә башланған. Республика Башлығы эште быйыл Сибайҙың 65 йыллығына тамамларға ҡушҡайны. Реконструкция планға ярашлы бара, тик блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөлөшөнә ҡағылышлы ҡыйын­лыҡ­тар бар. Был объект проектта ҡарал­маған. Республика Башлығы уға аҡсаны Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан бүлергә тәҡдим итте.


– Халыҡты ҡыуандырырға теләйем: быйыл көҙгә филармонияны файҙа­ла­ныуға тапшырасаҡбыҙ. Уны ҡала­ның юбилейына өлгөртөргә тыры­шабыҙ. Мәҙәни мираҫ объекты бул­ғанға күрә, бындағы бөтә архитектура элементтарын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине төбәк Башлығы. – Ҡалалағы мә­ҙәни урындарҙы спорт объекттары менән тулыландырыу ҡарала. “Урал тау-металлургия компанияһы-холдингы”ның сибайҙар алдында билдәле бер йөкләмәләре бар. Шуға күрә Кө­рәш һарайын һалабыҙ һәм стадионға бәйле мәсьәләне аҙағынаса хәл итәсәкбеҙ.


Былтыр Сибайҙа инвестор бар­лыҡ­ҡа килде. Ул таш киҫеү һәм эш­кәртеү, граниттан һәм мәрмәрҙән әй­берҙәр эшләү буйынса заманса предприятие төҙөй. “Блэк Стоун” йәмғиә­тенең генераль директоры Олег Булгаков әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә ике цех, диспетчер бүлмәһе рекон­струкцияланған, таш эшкәртеү станоктары, крандар ҡуйылған. Предприятиела 60 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Ташты Баймаҡ райо­нындағы ятҡылыҡтан алалар. Унан йөҙләү плитәләре, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, бордюр яһаясаҡтар.


Радий Хәбиров предприятиены артабан үҫтереү мәсьәләһен “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарарға тәҡдим итте.

Сибайҙа Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Төйәләҫ йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү проекты менән танышты. Ошонда уҡ урынлашҡан “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагерында учреждениены артабан үҫтереү һәм яңыртыу буйынса фекер алышты. Лагерҙа балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү мөмкинлеге булмағанға күрә яңы корпус төҙөү ниәте бар. Радий Хәбиров ҡала башлығына ошо өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашыр­ған башҡалар­ҙың тәжрибәһен өйрәнергә кәңәш итте.

Рөстәм Афзалов төбәк етәксеһен һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн күп йүнәлешле реабилитация үҙәге төҙөү проекты менән таныштырҙы. Радий Фәрит улы объект төҙөлөшөн 2021 йылға Адреслы республика инвестиция программаһына индерергә ҡушты.


Сибайға эш сәфәре аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡала үҫешенә ыңғай баһа бирҙе.

– Ҡала башлығының үҙ янына эшлекле, булдыҡлы кешеләрҙе туплауы миңә бик оҡшаны. Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта. Был да ҡыуаныслы хәл, сөнки донъя­ла коронавирусҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән ҡатмарлы шарттарҙа беҙҙең өсөн иҡтисадтың үҫеше бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Ҡарап сыҡҡан төҙөлөштәрҙең барыһы ла график буйынса бара. Тиҙҙән Башҡортостандың Урал аръяғы баш ҡалаһы – Сибай 65 йыллығын билдәләй. Беҙ барыбыҙ ҙа бында августа киләсәкбеҙ.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районына эш сәфәре барышында иһә энергия туплау системаһы булған 10 мегаватт ҡеүәтле селтәрле ҡояш электр станцияһының эше менән танышты.


Билдәле булыуынса, уны быйыл февралдә XIX Рәсәй сәнәғәт форумы барышында сафҡа индерҙеләр. Илдәге иң ҡеүәтле электр станция­ларының береһен “Хевел” компаниялар төркөмө төҙөнө. Проектҡа йәлеп ителгән инвестициялар күләме бер миллиард һум самаһы тәшкил итте.


Төркөмдөң проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса директоры Мстислав Арапов һүҙҙәренсә, станция тулыһынса автоматлаштырылған һәм автономлы режимда эшләүгә иҫәп­ләнгән. Был районды электр менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Яңы станцияны әлеге сел­тәрҙәргә тоташтырыу һәм уны тулы ҡеүәттә сафҡа индереү өсөн компания белгестәре әле “Башкирэнерго” менән берлектә эш алып бара.


Республика Башлығы “Хевел” вәкилдәрен алдағы көндәрҙең бере­һендә буласаҡ “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы, унда ошондай уҡ станция­ларҙы Көйөргәҙе һәм Хәйбулла райондарында төҙөү буйынса фекер алышасаҡтар.


– Инвестор булараҡ, һеҙҙең Баш­ҡортостанда үҙегеҙҙе уңайлы тойо­уығыҙ мөһим. Беҙгә яңы башлан­ғыстар йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеү әһәмиәтле, сөнки киләсәгебеҙ тап ошондай проекттарға бәйле, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.



Читайте нас