Йәмғиәт
26 Май 2020, 09:06

Эшһеҙ булыу ашһыҙ ҡалыуҙы аңлатмай

Ҡағиҙәләрҙе белеү зарур.

Мәғлүм булыуынса, Хөкүмәт быйыл 20 апрелдән эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләрен билдәләне һәм өҫтәмә социаль ярҙам сараларын раҫланы. Быларҙың барыһы ла коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға бәйле.


Әлеге ваҡытта эпидемияға ҡаршы саралар күреү дауам итә, шуға күрә яңы тәртип менән танышып, үҙегеҙ өсөн фәһемле һығымта яһағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Беҙҙең һорауҙарға республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү һәм эшһеҙҙәрҙе социаль яҡлау бүлеге начальнигы Дмитрий Александрович ВЕТОШКИН яуап бирҙе.


– Эшһеҙ булып теркәлеү ни өсөн кәрәк?

– Эш эҙләүсе булып теркәлгән, эше һәм килеме булмаған гражданды эшһеҙ тип таныу ҡарарын йәшәү урыны буйынса теркәлгән мәшғүллек үҙәге ҡабул итә. Теркәлгәндән һуң мәш­ғүллек үҙәге белгестәре граж­данға эш табырға, һөнәри йүнәлеш алырға ярҙам итәсәк, психологик хәстәр күрһәтәсәк. Һөнәри уҡыу йәки өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге лә бар.
Күңеленә ятҡан эш эҙләгәндә ҡыйынлыҡтарға осраған, шулай уҡ урта һөнәри белеме булып, тәүге тапҡыр эш эҙләгән 18 йәштән 20 йәшкәсә граждандарҙы ла ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Эшһеҙҙәргә хеҙмәт баҙарында адаптация осорон үтергә лә ярҙам күрһәтелә, эшһеҙ граждан һәм уның ғаилә ағзалары мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе менән эшкә урынлашыу өсөн башҡа төбәккә күскәндә булышлыҡ күрһәтелә.
Эшһеҙ статусы, шулай уҡ штат ҡыҫ­ҡартылыу йә компания ябылыу сәбәпле эштән ебәргәндә өҫтәмә тү­ләү­ҙәргә хоҡуҡ бирә. Унан тыш, беренсе йәки икенсе бала тыуғанда, өс–ете йәшлек балаһы булғанда, социаль контракт буйынса түләүҙәр ҡа­ралған, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә субсидиялар, бушлай социаль хеҙмәт­тәр ҙә бар. Улар ғаиләнең кеше башына тура килгән килеме күләменә ҡарай.
Ил Президенты ҡушыуы буйынса, быйыл Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы эшһеҙҙәрҙе социаль яҡлау мөмкин­лектәрен киңәйтеү йәһәтенән махсус проект булдырҙы. Ведомство юғары әҙерлек режимы осоронда мәшғүллек хеҙмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ваҡытында эшһеҙ тип табылған граждандың хеҙмәт эшмәкәрлеге килемен иҫәпкә алмаҫҡа тәҡдим итә.


– Теркәлеү өсөн ниндәй шарттар бар? Кемдәрҙе теркәйҙәр?

– Эш табыуҙа дәүләт ярҙамын алыу өсөн килеме булмаған, хеҙмәт урыны эҙләгән кешеләр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың Рәсәй биләмәһендә ҡайҙа йәшәүе һәм теркәлеүе мөһим түгел. Был шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡандарға ла ҡағыла: ошо иҫәпкә шәхси эшҡыуарҙар, үҙаллы мәшғүл граждандар, гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгәндәр инә.
21 апрелдә Федераль һалым хеҙмәте, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр осоронда шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ғариза ебәргәндә электрон имза талап ителмәй, тип белдерҙе.
Ғаризаны теркәгән органға уны электрон формала һалырға мөмкин. Уға паспорттың төп биттәренән скан-образ йә фотографияһын өҫтәү, документ хужаһының исем-шәрифен яҙыу, фоторәсемен һалыу талап ителә. Унан тыш, ошо уҡ документ менән асыҡ килеш селфи төшөрөп ебәреү ҙә кәрәк.


– Теркәлеү өсөн ниндәй документтар кәрәк?

– Эшһеҙ тип теркәлеү өсөн паспорт, хеҙмәт кенәгәһе, белем тураһындағы, һөнәри йәки ҡабаттан һөнәри әҙерлек үтеү документтары һәм балалар хаҡындағы мәғлүмәт­тәрҙе раҫлаған документтар кәрәк.
Бынан тыш, эш биреүсе Рәсәй Пен­сия фондына хеҙмәткәр эштән ебә­релгәндән һуң уның хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында отчет ебәрергә тейеш. Был мәғлүмәттәр гражданды эшһеҙ тип иҫәпкә ҡуйғанда кәрәк буласаҡ.


– Эшһеҙ сифатында теркәүҙән баш тартһалар, бының сәбәбе нимә булыуы ихтимал?

– Гражданды эшһеҙ тип билдә­ләүҙән баш тартһалар, бының сәбәп­тәре төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, эш биреүсе Пенсия фондына хеҙмәткәрҙе эштән ебәреү тураһында мәғлүмәт тапшырмаған осраҡта. Фондта ошондай мәғлүмәт табылмай икән, гражданға эш биреүсегә мөрә­жәғәт итергә һәм бурысын үтәүҙе талап итергә кәрәк. Шулай уҡ тикшереү барышында граждан тураһында дө­рөҫ булмаған мәғлүмәттәр асыҡланһа, ул ике тапҡыр тәҡдим ителгән эштән баш тартҡан осраҡта ла эшһеҙ булараҡ иҫәпкә ҡуйылмаясаҡ.
Тағы ла ошо сәбәптәр нигеҙендә эшһеҙ тип танымауҙары ихтимал:


l Рәсәй гражданы булмаған осраҡта;

l Рәсәй биләмәһендә даими йәки ваҡытлыса теркәлмәһә;

l 16 йәштән кесерәктәргә;

l Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарға;

l Хәрби хеҙмәткәрҙәргә;

l Декрет ялындағыларға;

l Коммерция ойошмаларын ойоштороусыларға;

l Йәше еткән пенсионерҙарға;

l Хөкөм ителгәндәргә (хөкөм ҡарары ғәмәлдә булһа);

l Холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителгәндәргә.
Йәнә граждан күңеленә ятҡан эш эҙләү өсөн мәшғүллек үҙәгендә теркәлеүҙән һуң нигеҙһеҙ сәбәптәр арҡаһында ун көн килмәһә, “эшһеҙ” тигән ҡарар ҡабул итеү өсөн билдәләнгән ваҡытҡа мәшғүлек учреждениеһына бармаһа ла, ғәмәл тормошҡа ашырылмаясаҡ.
Мәшғүллек үҙәге граждандың ғаризаһын теркәмәгәндән һуң, ул билдәләнгән тәртип буйынса мәшғүллек үҙәгенә бер айҙан ҡабат мөрәжәғәт итә ала. Эшһеҙ тип теркәүҙән баш тартыу тураһындағы мәғлүмәт Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы йәки “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) сайтындағы шәхси кабинетҡа киләсәк.


– Юғары әҙерлек режимы ваҡытында эшһеҙҙәрҙе теркәү нисек башҡарыла?

– Быйыл 9 апрелдән Рәсәй Хө­кү­мәте ҡабул иткән ваҡытлы сараларға ярашлы, теркәлеп, эш табыуҙа ярҙам алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы (https://www.gosuslugi.ru/) йәки “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”; https://trudvsem.ru) сайтындағы шәхси кабинетта эшләргә мөмкин. Әгәр ҙә техник мөмкинлек юҡ икән, альтернатив ысулдар бар: мәҫәлән, телефондан шылтыратып йәки алдан яҙылып, күп функциялы үҙәк аша.
Ғариза һәм резюме тултырғас та, граждан эш эҙләүсе булараҡ иҫәпкә алына. Уны эшһеҙ итеп таныу тура­һындағы ҡарар, мәғлүмәттәрҙе ведомство-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә тикшергәндән һуң, 11 көн эсендә мәш­ғүллек үҙәге тарафынан ҡабул ителә. Бер үк ваҡытта эшһеҙлек буйынса пособие билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ул граждан эшһеҙ тип рәсми танылған көндән түләнә башлай.
– Эшһеҙ граждан ниндәй пособиеға иҫәп тота ала?

– Эшһеҙ граждандарға федераль пособие түләнә, түләүҙәрҙең күләме һәм ваҡыты Рәсәй Федерацияһының “Халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Законы нигеҙендә билдәләнә.
Һәр айырым осраҡта эшһеҙ граж­данға пособие күләме шәхсән билдә­ләнә. Бының өсөн уның һуңғы эш урынындағы уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итер алдынан 12 ай дауамында граждан нисә аҙна хеҙмәт мөнәсә­бәт­тәрендә булғаны, эштән китеү сәбәп­тәре иҫәпкә алына һәм билдәләнгән максималь күләм менән сикләнә.
Әгәр граждан эштән ебәрелгән йыл алдынан 26 аҙнанан аҙыраҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булһа, бығаса эшләмәһә йәки шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатһа, ул минималь күләмдәге пособие ала.
27 мартта ил Хөкүмәте 2020 йылда эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь һәм максималь күләмен билдәләне. Шулай итеп, түләүҙәр 1500 һумдан кәмерәк һәм 12130 һумдан күберәк була алмай. Төньяҡ төбәктәрҙә пособие район коэффициенты иҫәбенә арта. Шуныһы ла мөһим: 12 апрелдә Рәсәй Хөкүмәте эшһеҙ граждандар өсөн суммаһы нығытылған пособиелар индерҙе. Апрель–июнь айҙарында пособие күләме кешенең һуңғы өс айҙағы килемен иҫәпкә алмайынса түләнәсәк һәм билдәләнгән максималь күләм – 12130 һум буласаҡ.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие күләме район коэффициентын иҫәпкә алып билдәләнә, һәм минималь күләме 1725 һум, максималь күләме 13949,50 һум тәшкил итә.
1 марттан алда эштән ебәрелгән һәм йылдан ашыу бер ҡайҙа ла эшләмәгән, хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн ебәрелгән, беренсе тапҡыр эш эҙләгән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡан, гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгән граждандар өсөн эшһеҙлек пособиеһы билдәләү ҡағиҙәләре элеккесә ҡала.
Эшһеҙлек буйынса максималь пособиены, йәғни эшһеҙлек буйынса хеҙмәт хаҡын түләүҙең минималь күләменә тиң булған пособиены (13949,50 һум), апрель–июндә 2020 йылдың 1 мартынан эштән ебәрелгән (бығаса эшләгән) һәм эшһеҙ булып теркәлгән граждандар аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең махсус ҡарары 2020 йылдың 17 апрелендә баҫылған.

Ошо уҡ категорияға ҡараған граж­дандарҙың 18 йәшкә тиклемге балалары булған осраҡта апрель–июндә түләнә торған пособие күләме балалар һанына ҡарап арта һәм һәр бала өсөн өс мең һум тәшкил итә. Түләүҙәр теркәлгән көндән алып түләнә (апрель, май, июнь айҙарында).
1725 һумға тиң минималь пособие иһә кеше оҙайлы ваҡыт эшләмәһә (мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәнгә тиклем йылдан ашыу); быға тиклем эшләмәгән булып, беренсе тапҡыр эш эҙләһә; эшҡыуарлыҡ эшмә­кәрлеген туҡтатҡан булһа, хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн эштән ебәрелһә билдәләнә.
Әгәр граждан уҡырға ебәрелһә, уға стипендия түләнәсәк. Мәшғүллек үҙәге уны белем биреү учреждениеһы ебәргән мәғлүмәттәр нигеҙендә, граждандың дәрескә йөрөү күрһәткесе һәм уңыштары нигеҙендә билдәләй. Был ҡағиҙәләр быйыл 1 июлгә тиклем ғәмәлдә ҡала.


– Әгәр ҙә граждан мәшғүллек үҙәгенә үҙаллы эшкә урынлашыу тураһында хәбәр итмәһә, ни була?

– Пособие түләү эшһеҙ граждан­дың ай һайын мәшғүллек үҙәге билдәләгән көндә теркәлеүенән, унан тыш, ошо гражданға ҡарата эшһеҙлек буйынса пособиены билдәләү, туҡтатыу, кәметеү тураһындағы ҡарарҙарынан сығып түләнә.
Ҡабаттан теркәлгән саҡта граждан үҙенең эшһеҙ икәнлеген хеҙмәт кенәгәһен күрһәтеп иҫбатлай, шәхси имзаһын ҡуя. Юғары әҙерлек режимында был ғәмәлдәр дистанцияла башҡарыла.
Әгәр граждан үҙе тураһында ялған мәғлүмәттәр бирә икән, был пособиены законһыҙ юл менән алырға тырышыу тип баһалана һәм мәғлүмәт тейешле органдарға еткерелә, алынған сумманы граждан кире ҡайтарырға тейеш була.
Эшкә урынлашҡан осраҡта (пенсия тәғәйенләнһә, уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегенә уҡырға инһә), гражданға был хаҡта мәшғүллек органына кисекмәҫтән хәбәр итергә кәрәк.

Читайте нас