“Лера, не выходи из-за меня!” Бына ошондай ғәҙәти булмаған яҙыуҙы Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” районында күрергә мөмкин.
Авторы – стрит-арт-рәссам Артур Лукьянов. Уның Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эргәһендәге “коронавирус” графиттиһы ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡайны.
Хәҙер баш ҡаланың “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендәге йорттарҙың береһенең ихатаһында ошо яҙыу ҡаршылай. Фатиры тәҙрәһенән урамға күҙ һалғандар ҙа был һүҙҙәрҙе күрә.
“Лера, не выходи из-за меня!” тигән яҙыуҙар 22 майҙа илебеҙҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Волгоград, Дондағы Ростов һәм башҡа ҙур ҡалаларында хасил булды. Шулай итеп, рәссамдар “Стопкоронавирус.РФ” проектының сираттағы акцияһында ҡатнашты. Уның төп маҡсаты – бик ныҡ кәрәк түгел икән, торлаҡтан сыҡмағыҙ тип өндәү. Был осраҡта “COVID-19” инфекцияһының таралыуы кәмер ине.
Был стрит-проектты “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы башлаған. Тап ул – “Стопкоронавирус.РФ” платформаһы һәм башҡа инфекцияға ҡаршы федераль социаль кампаниялар, акциялар координаторы.