Йәмғиәт
27 Май 2020, 16:10

Ағиҙел буйында кемдең кәүҙәһе?

Кеҫәһендә - дүрт банк картаһы, телефон һәм аҡса...

26 майҙа Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы буйында, үлгән кешенең тарҡала башлаған кәүҙәһен тапҡандар. Баҡсасылар ширҡәтенә инә торған ҙур ҡапҡанан 100 метр алыҫлыҡта ғына ятҡан ул.
Әле кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына оҙатҡандар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ир кеше ике ай тирәһе элек вафат булған. Кеҫәһендә дүрт банк картаһы, телефоны һәм ике мең һум тирәһе аҡсаһы ла ятҡан.

Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең юғалыуы хаҡында йыш ишетелә - уларҙың туғандарының, яҡындарының иғландары йыш баҫыла матбуғатта. Был ирҙе лә өмөт өҙмәй көткәндәрҙер ҙә бит...
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас