Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
27 Май 2020, 15:50
Балаларығыҙ ҙур сәхнәлә сығыш яһаһын, тиһәгеҙ...
"Ҡәҙерле ата-әсәләр һәм илдең иң һәләтле балалары! Һеҙҙе марафонға ҡушылырға саҡырабыҙ, был балаларығыҙға төп телеканал экранында күренергә һәм Рәсәйҙең төп сәхнәһендә - Кремль дәүләт һарайында сығыш яһарға мөмкинлек бирә!"
Май башынан ноябргә тиклем Рәсәй буйлап “Таланттар марафоны” үтә.
“Ҡәҙерле ата-әсәләр һәм илдең иң һәләтле балалары! Һеҙҙе марафонға ҡушылырға саҡырабыҙ, был балаларығыҙға төп телеканал экранында күренергә һәм Рәсәйҙең төп сәхнәһендә – Кремль дәүләт һарайында сығыш яһарға мөмкинлек бирә!” – тип мөрәжәғәт итә сараны ойоштороусылар.
“Таланттар марафоны” бейеү, йыр, һынлы сәнғәт номинациялары буйынса уҙғарыла.
Ҡатнашырға теләүселәр
https://многодетные-семьи.рф/marafon
сайты аша, йәки үҙ төбәктәрендәге ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итә ала.
Марафондың беренсе туры дистанцияла үтәсәк, эштәрҙең иң-иңдәре Мәскәүҙә уҙасаҡ финалға һайлап алына.
“Таланттар марафоны” Бөтә Рәсәй бәйгеһе – күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан кескәйҙәргә Кремль сәхнәһендә билдәле эстрада йондоҙҙары менән сығыш яһау өсөн шәп мөмкинлек булып тора. Бынан тыш, уларҙың исемдәре федераль каналдарҙан да яңғыраясаҡ.
Был марафон арҡылы күп балалар һәләттәрен башҡа билдәле проекттар ҙа баһалай, ҙур сәхнәгә, кино донъяһына саҡыра.
Фото: tochka.net
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"