11 майҙа 56 йәшлек Юнир Ҡаһарманов Стәрлетамаҡтағы Томин урамында урынлашҡан йорттан сыҡҡан да әле һаман ҡайтмаған. Уның туғандары полицияға һәм “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Ир уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, күҙҙәре һоро, буйы 178 сантиметр. Юғалған көндө Юнир Ҡаһарманов ҡара-аҡ һыҙатлы пинжәк, күк төҫтәге футболка, ҡара трико һәм ҡара кроссовка кейгән булған.
Юнир Ҡаһармановтың ҡайҙалығы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, 8(987)106-06-01 йәки 02 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды.