Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановҡа төбәк халҡын республиканың 100 йыллығы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.
“Хөрмәтле Рөстәм Нурғәле улы!
Һеҙҙе һәм туғандаш Татарстан халҡын республиканың 100 йыллығы айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Бер быуатлыҡ тарихи юл бик күп сағыу ваҡиғалар, Татарстан халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлығы, фәндә, мәғарифта, мәҙәниәттә, спортта ҙур ҡаҙаныштар менән һуғарылған.
Иҫтәлекле юбилейын республика иҡтисадта һәм социаль өлкәлә яңы уңыштар менән ҡаршылай, илебеҙҙәге алдынғы төбәктәрҙең береһен тәшкил итә. Рәсәй федерализмы башында торған Татарстандың бөгөн дә федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индереүен дауам итеүе мөһим.
Башҡортостан төбәктәребеҙ араһындағы ныҡлы бәйләнештәрҙе юғары баһалай. Дуҫлығыбыҙ һәм хеҙмәттәшлегебеҙ йылдан-йыл нығыһын. Хөрмәте Рөстәм Нурғәле улы, Һеҙгә һәм бөтә татарстандарға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!”