Йәмғиәт
27 Май 2020, 12:30

Шешәләшен поезд юлына һала...

Машинист хәлде күреп ҡалып тормозға баҫа, әммә фажиғәне иҫкәртә алмай.

Эскелек бер ҡасан да яҡшыға килтермәй. Был башҡа һыймаҫлыҡ, аяныслы хәл ике йыл элек була.
Белорет - Уҡшуҡ станцияһынан алыҫ түгел тимер юлы эргәһендә ике ир араҡы эсә. Иҫереп алғас, улар араһында низағ тыуа. Шул саҡ ирҙәрҙең береһе шешәләшен, көс ҡулланып, тимер юлына алып барып һала һәм пассажир поезы яҡынлашҡансы ебәрмәй тотоп тора.
Машинист хәлде күреп ҡалып тормозға баҫа, әммә фажиғәне иҫкәртә алмай. Ауыр йәрәхәттәрҙән ир шунда уҡ йән бирә.
Енәйәтсе 10 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Фото: pixabay.com
Читайте нас