Йәмғиәт
28 Май 2020, 10:00

Балаларға панда оҡшаған

Салауат Рәхмәтуллин балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында тәрбиәләнеүселәрҙе лә ҡыуандырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллин ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды.
Аҡъяр үҙәк дауаханаһы етәкселеге менән осрашыуҙа коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш шарттарында эшләгән аҡ халатлыларға тейешле түләмдең үҙ ваҡытында бирелеүе буйынса даими мониторинг алып барыу тәҡдим ителде. Шулай уҡ муниципаль берәмектең килеп сыҡҡан киҫкен хәлгә ҡарата әҙерлек кимәле, инфеккция сығанағын бөтөрөүҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеге мәсьәләләре ҡаралды.
Салауат Рәхмәтуллин балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында тәрбиәләнеүселәрҙе лә ҡыуандырҙы. Ул балаларға шәхси гигиена саралары, кәнсә кәрәк-яраҡтары һәм тәмлекәстәр тапшырҙы. Малай һәм ҡыҙҙарға бигерәк тә депутат бүләк иткән ҙур йомшаҡ панда айыуы ныҡ оҡшаған.
Фото: Тимур Рәмовтың "Бәйләнештә"сәхифәһенән.
Читайте нас