Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
29 Май 2020, 16:45
Бәлки ғүмерлек мөхәббәтен осратҡан булғандыр...
Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә ғәҙәти булмаған иғландар элеп киткәндәр.
Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә ғәҙәти булмаған иғландар элеп киткәндәр. Уның тексынан шул билдәле: бер егет Кит атамалы эте булған Марияны эҙләй икән.
Ул ҡыҙҙан үҙенә яҙыуын үтенгән, һин миңә бик кәрәк, тигән. Бәйләнешкә сығыр өсөн махсус электрон адрес булдырған хатта, бына ул -
findmaria@mail.ru.
Егет шул рәүешле ғәфү үтенәме ҡыҙҙан, әллә тәү күреүҙән оҡшатып, эҙләп таба алмай ыҙалаймы - билдәһеҙ. Бәлки ул ғүмерлек мөхәббәтен осратҡан да юғалтҡандыр... Ошондай йәштәр хаҡында ишетеп, тормошта шундай романтиктар күберәк булһын ине тигән теләк тыуа.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"