Йәмғиәт
29 Май 2020, 06:00

Һин ҡайҙа, Таңһылыу?

Беҙ ҙә мөғжизәгә ышанайыҡ. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, зинһар, ошо телефонға шылтыратығыҙ: 8(800) 550-71-40.

Фотолағы мөләйем ҡыҙҙы - Таңһылыу Буранғолованы 2007 йылдан алып эҙләйҙәр. Хәҙер уға утыҙ йәш тулған булыр ине.
Ирекмәндәр уны табыуға өмөттәрен өҙмәй. Социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙҙы эҙләү эше йәнләндерелгән. Таңһылыу Өфө ҡалаһындағы Дәүләткилдиев исемендәге интернат-мәктәптә уҡыған. 14 октябрҙә бер кемгә лә әйтмәй ҡайҙалыр сығып китә һәм эҙһеҙ юғала. Шунан бирле унан бер хәбәр ҙә юҡ. Кеше энә түгел, табылыр, тип өмөтләнә ирекмәндәр, инде 13 йыл үтһә лә. Беҙ ҙә мөғжизәгә ышанайыҡ. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, зинһар, ошо телефонға шылтыратығыҙ: 8(800) 550-71-40.
Фото:Bash.News.
Читайте нас