Йәмғиәт
29 Май 2020, 05:56

Ғүмерҙең татлы миҙгеле булып ҡалһын бала саҡ

Барыһынан өҫтөн бурыс бар.

Йәйге каникул башланыу менән илебеҙҙә 1 июндә Балаларҙы яҡлау көнөн үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тантаналы һәм шатлыҡлы көндәрҙең береһе был. Өлкәндәр өсөн дә байрам бик яуаплы, кескәйҙәрҙең үҫеше, сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек, уңайлы шарттар тыуҙырыу, күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ саралар үткәреү улар өҫтөндә бит. Был байрамды донъяның ҡайһы бер илдәрендә лә билдәләйҙәр.


Өлкәндәр иңендә


Быйыл, әлбиттә, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла коронавирус пандемия­һының таралыуы ар­ҡа­һында кескәйҙәр ҡатнаш­лығында мауыҡтырғыс саралар үткәреү бер ни тиклем сикләнер, элеккесә киң ҡолас менән тамашалар үткәреү мөмкин дә булмаҫ. Шулай ҙа был байрам­дың ғүмерҙең татлы миҙгеле булған бала саҡҡа яҡты биҙәк, йылылыҡ өҫтәүенә икелән­мәйбеҙ.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамам­ланғандан һуң балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау проблемалары киҫкен тора: аслыҡ, яланғаслыҡ, насар көнкүреш шарттары, тейешле медицина ярҙамының булмауы, белемһеҙ­лек. 1954 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы үҙенең резолюцияһында бөтә илдәргә Милли календарҙа, 1956 йылдан башлап, Бөтә донъя балалар көнө булдырыуҙы тәҡдим итә. Маҡсаты – барлыҡ илдәрҙәге балаларҙың тормошон яҡшыр­тыу.
Рәсәйҙең һәр төбәгендә байрамды үткәреүҙең үҙ традициялары, йолалары булдырылды. Ижади коллективтар сығыш­тары, концерттар, викториналар һәм башҡа күңел асыу саралары парктарҙа, асыҡ һауала, тәбиғәт ҡосағында гөрләп үтте.
Бындай матур саралар килә­сәктә лә күпләп ойошторолор, тик әлегә бала­ларыбыҙҙың һаулығын хәстәрләү – бары­һынан да ҡиммәтерәк, көн үҙәгендәге төп бурыс. Заман ҡуйған ҡаршылыҡ­тарға беҙ ҙә яйлап ҡулайлашабыҙ, вирус нисек килгән, шулай китеп тә барыр. Ә кескәйҙәребеҙҙең тормош шарттарын яҡшыртыу, кәйеф­тәрен күтәреү, иң йәмле, иң күркәм миҙгелде ҡайғы-хәсрәтһеҙ үткәрергә ярҙам итеү өлкәндәр иңендә ҡала.
“Кеше булып ҡалып та, батырлыҡ күрһәтеп була”


Ысынлап та, ғәҙәти булмаған көсөргә­нешле мәлдә дөрөҫ, ашығыс саралар ҡабул итеү анһат бирелмәне. Балаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау, иң тәүҙә уларҙы ҡур­салау өсөн мәжбүри каникулға ебәреү, уҡытыусыларҙы яңы уҡыу шарттарына күнектереү, өйрәтеү, балаларҙы дистанциянан тороп уҡытыу­ҙы яйға һалыу өсөн дә аҙ көс һалынманы.
6 апрелдә тәүге асыҡ дәресте Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбировтың үткәреүе уҡыу­сылар күңелендә оҙаҡ йылдарға һаҡланасаҡ әле. Бөтә дәүләт, республика хәстәрлектәрен ситкә ҡуйып тороп, онлайн режимында 450 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай алдында тәүге дәресте республика етәксеһенең үҙе үткәреүе һис тә юҡҡа түгел. Ил өсөн иң ҡатмарлы ваҡытта бәләкәстәрҙе лә, өлкән класс уҡыусыларын да белем алыуға дәртләндереү, уларҙың килә­сәген хәстәрләүҙе, өмөт бағлауҙы иҫбатлау ҙа кәрәк ине. Ҡат­марлы осорҙа уларҙың күңелен һүрелтмәү, етәкселектең йәш быуындың уҡыуы өсөн бөтә уңайлыҡ­тарҙы тыуҙырырға әҙер тороуын белдереү ҙә үтә мөһим бит.
– Бөгөн бөтәһе лә үҙегеҙҙән тора. Һеҙ нисек яҡшы, дисциплиналы уҡыйһы­ғыҙ, белем алырға тырышасаҡһығыҙ, ошо беҙҙең киләсәккә бәйләнгән. Хәҙер – геройҙар дәүере, кеше булып ҡалып, яҡындарыңа, туғандарыңа ярҙам итеп тә батырлыҡ күрһәтеп була, – тигән һүҙҙәр бөгөнгө күҙлектән сығып әйтелгән төҫлө булһа ла, был киләсәккә аманат!
Белем көнө һағындыра


Бындай теледәрестәр I класс уҡыусы­лары өсөн төрлө профессия кешеләре, билдәле спортсылар, сәйәсмәндәр, мәҙәниәт эшмә­кәрҙәре менән даими үткәрелде.
Балаларҙың белем алыуға теләген арттырыу, буш ваҡыт­тарын йөкмәткеле, файҙалы итеп үткәреү маҡсатында дистанцияла уҡытыуҙың бер нисә варианты ҡулланылды: онлайн-дәрестәр, электрон почта аша йәки кейстар ярҙамында өйгә эштәрҙе илтеү. “Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була”, тигәндәй, мәғлүмәт системаһы башта ҙур көсөргәнеште күтәрә алмай, өҙөклөктәргә юл ҡуйылһа ла, барыһы ла яйға һалынды.
“Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш” тип аталған беренсе халыҡ-ара онлайн-форумда Радий Хәби­ров республика мәғариф система­һының дистанцияла белем алыуға күсеүен юғары баһа­ланы. Әлбиттә, бөтә урында ла эш тейешенсә көйләнмәгән, әммә тәжрибә етерлек тупланды, бөтә йәшерен кәмселектәр күҙгә салынды, ауылдарға интернет индереү, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын көсәйтеү өсөн пландар барлыҡҡа килде.
Барыбыҙ ҙа матур традицияға әүерел­гән 1 сентябрҙә – Белем көнөндә бала­ларҙың шатланышып, сәскә гөлләмәләре тотоп, байрам кәйефе менән мәктәп­тәргә юл алыуына өмөтләнәбеҙ. Шулай була күрһен. Тик артабан да онлайн тәртибендә өҫтәмә белем биреү системаһы камил­лаштырыласаҡ. “Республикала мәҙәниәт йорттары, мәктәп һәм училищелар булмаған ауылдар күп. Был формат шунда үҫкән балаларҙың төрлө яҡлы үҫешеүе өсөн тәьҫирле буласаҡ”, – тине республика етәксеһе, төпкөл ауыл ерҙәрендә үҫеүсе ҡыҙ һәм малайҙарҙың киләсәген ҡай­ғыртып.
“Хаталар өҫтөндә эш” өлкәндәр өсөн дә файҙалы


Башҡортостанда 85 меңдән ашыу уҡыусы бушлай туҡла­ныу хоҡуғына эйә. Дистанцияла уҡыу барышында улар аҙыҡ-түлек йыйылмалары менән тәьмин ителде. Боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтарҙан әҙерләнгән йыйылма­ларҙың ассортиментын төрләндереү, сифатын тәьмин итеү буйынса эш ойошторолдо. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, сәләмәтлек мөм­кинлектәре сикләнгән сабыйҙар уларҙы ваҡытында алһын өсөн таратыу, транспорт мәсьәләһе хәл ителде. Республика етәк­сеһенең тәнҡитенән һуң, “хаталар өҫтөндә эш” барҙы – аҙыҡ йыйылмаларына үҙебеҙҙә етеш­терелгән продукцияны өҫтәп, күләменә һәм сифатына иғтибар арттырылды.
23 апрелдән аҙ тәьмин ителгән ғаи­лә­ләрҙә тәрбиә­ләнеүсе 165 меңгә яҡын балаға эре сәнәғәт предприятиелары иҫә­бенә алынған аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды. “Бөтәбеҙ алдында ҙур бурыс – балалар ас ултырырға тейеш түгел. Беҙ­ҙең ярҙам итеү өсөн бөтә мөмкин­легебеҙ бар”, – тип республика етәксеһе бөтә муниципалитет башлыҡтарына был хәлде контролдә тоторға ҡушты.
Коронавирус, һаулыҡҡа кө­төлмәгән хәүеф килтереү менән бергә, тормошо­боҙҙағы аҡ һәм ҡара таптарҙы ла асыҡлап, һәр беребеҙҙең көрәшкә әҙерлеген һынап ҡараны. Шул иҫәптән етәк­селектең ойоштороу һәлә­тен, илдең иҡтисади ҡеүәтен, эпидемияның тәүге тул­ҡындарынан уҡ ил Президенты, республика етәкселеге тарафынан дәүләт ярҙамының ҙур өлөшө тап бала тәрбиә­ләүсе ғаиләләргә йүнәлдерелде. Финанс мәсьәләһен хәл итеү – бер, ә уны оператив рәүештә, ке­шеләрҙе албырғатмай, тегендә-бында йүгерттермәй, артыҡ ҡағыҙҙар йыйырға мәжбүр­ләмәй тормошҡа ашырыу – икенсе мәсьәлә.
Өҫтәмә ярҙам саралары ифрат күп, буталыуы һис тә ҡыйын түгел. Республика Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән берлектә был эште ығы-зығы тыуҙырмай ойоштороуға өлгәште тип әйтергә була. Балалы ғаиләләр бөтә тейешле түләүҙәрҙе, ғаризаны ҡасан яҙыуҙарына ҡарамаҫтан, мотлаҡ аласаҡ.


Ял кемгә килешмәһен!


Балалы ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтел­гән һуңғы сараларға ғына күҙ һалайыҡ:

l өс йәшкә тиклемге бөтә балаларға ай һайын апрелдән июнь айына тиклем түләнеүсе биш мең һум күләмендәге пособие;
l эшһеҙ ҡалған ата-әсәләргә бәлиғ булмаған һәр бала өсөн ай һайын өс мең һум күләмендә өҫтәмә түләү бирелә;
l өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр 1 июндән һуң 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнеүсе аҡса аласаҡ;
l бала тәрбиәләү буйынса минималь пособие ике тапҡырға арттырылып, 6,5 мең һумға етәсәк. Был аҡсаны декрет­тағы эшһеҙ әсәләр, шул иҫәптән студенткалар аласаҡ.
l өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр, алда билдәләнгәнсә, июлдә түгел, ә июнь айында уҡ түләнә баш­лаясаҡ.
Иҡтисади хәлдең ҡатмарлы, көсөргә­нешле булыуына ҡара­маҫтан, балалар­ҙың йәйге ялын йөкмәткеле ойоштороу, һауыҡ­тырыу лагерҙарын асыу тура­һында ла бөгөн хәстәрлек күрелә. Әлегә эпидемиологик хәл тотороҡло түгел, шулай ҙа июлдең уртаһынан йәйге лагер­ҙарҙың эш башлауы көтөлә.
Ике меңдән ашыу лагерь ял итеүсе­ләрҙе ҡабул итергә әҙер. Пандемиянан һуң ял итеү һәр кемгә лә килешер ине, әлегә сирҙе таратмау өсөн ололарға ла, кеселәргә лә һаҡланыу сараларын күҙәтергә кәрәк.
Битлектәр, бирсәткәләр – яңы цивилизация ысынбар­лығы, ваҡытлыса мөһим атрибуттар. Тик балаларыбыҙҙы көтөлмәгән бәлә-ҡазанан аралау, сәләмәтлектәре тураһында хәстәрлек күреү, һөйөп, ҡәҙерләп үҫтереү әүәлгесә үҙгәрешһеҙ ҡала. Бөгөнгө шарттарҙа был иҫтәлекле көндөң әһәмиәте айырыуса ҙурыраҡ, сағыуыраҡ төҫ алғандай.
Читайте нас