Ошолай тип ҡәтғи раҫларға етди нигеҙ һәм ышандырырлыҡ сәбәптәр бармы һуң? Булмаҫҡа ни, һил генә барған тормошобоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтергән бәлә-ҡазанан һуң да әүәлгесә уй-моңһоҙ, кисәгенән һабаҡ алмай нисек йәшәмәк кәрәк?!
Бер ай үтерме, икеме, пандемияның көсө ҡаҡшар, йоғонтоһо юғала, онотола барыр. Нисек кенә ҡалтыранһаҡ та, бөгөн беҙҙе дер һелкеткән коронавирус, ғалимдарҙың фекеренсә, бубон тағунының түгел, ә гриптың бер төрө. Унан һуң, донъя бубон тағуны ҡоторған ХIV быуатта түгел, ә бөгөн йәшәй. Әммә шуныһы, ғәҙәтләнгән, ҡанға һеңгән тәртиптәргә, яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарға әйләнеп ҡайта алырбыҙмы? Дөрөҫөрәге, үҙебеҙҙә шундай теләк тыуырмы?
Пандемия, күрәһең, донъяны тиҙләтеп үҙгәртеү сараһы булыуы бар. Беҙ яңы дәүерҙең башланыуын күрербеҙ, ахыры. Был турала һүҙҙе дауам итерҙән алда ҡыҙыҡлы ла, хафаға һалырлыҡ та бер процесс тураһында әйтергә кәрәктер.
Рәсәй матбуғаты, вирус ҡоторона башлар-башланмаҫтан уҡ Чечен Республикаһы Башлығының административ сиктәрҙе ябыу, республикаға аяҡһырап йөрөүҙе сикләү тураһында фарман биреүен хәбәр итте. Тау халҡы тәүәккәл булғандыр, йәнә лә Рамзан Ҡадиров әфәнде, Рәсәй гражданы, Путиндың тоғро яраны булыуын йөрәгенә ҡулын һалып ышандыра йөрөһә лә, уның ҡараштары, Кремль башняларынан бигерәк, Эльбрус түбәһендә. Чечняға эйәреп, үҙ биләмәләренә бүтәндәрҙе яҡын юлатмау фекерен Карелия, Мурманск, Киров төбәктәре әйтергә ашыҡты. Гүйә, бәғзе өлкәләрҙе онотола ла төшкән “мөстәҡиллек” синдромы ҡабаттан йонсота башланы.
Һәр губернаторҙың, үҙаллы хаким булып, Мәскәүҙе күрмәмешкә һалышып йәшәгеһе киләлер, әлбиттә, ләкин тәүге ҡарашҡа зыянһыҙ ғына күренгән уйындан уймаҡ сыҡмаһын. Сиктәр, биләмәләр менән шаярмау тураһында ил етәксеһе киҫәтә килә. Коронавирус, пандемиялар шау-шыуы Рәсәйҙә үҙен аҡламаған йомоҡлоҡҡа ла, субъекттар араһындағы хеҙмәттәшлек һәм әҙәмсә мөнәсәбәттәргә ҡамасауларға тейеш түгел.
Бына Европа Союзы үҙенең берҙәмлеге, уртаҡ тормош ҡора алыуы менән маҡтана килде. Ә теге сир өсөн кеше баймы, йолҡошмо, Сорбоннала уҡығанмы, әллә әлепте таяҡтан айырмаймы, суҡынамы, әллә намаҙға баҫамы, тән төҫө ҡайһылай һәм ниндәй телдә аңлаша, барыбер икән. Йыға ғына. Шунда күрҙек цивилизациялы һәм сәйәси итәғәтле Европаның ысын сырайын. Һәр дәүләттең ҡапҡаһы эстән бикләнде, кисәге хеҙмәттәштәр менән элемтә өҙөлдө. Рауил Бикбай яҙғанса, “дуҫ тигәнең дошман булһа, иртән тороуҙарыңа...”
Дошман тимә, иртәгә дуҫың булмаһын
Бөтөн донъя бер булып, кисәге хаслыҡ бөгөн ихласлыҡ рәүешен алып, вирус афәтен сигендерә башланыҡ шикелле. Илебеҙ тураһында һүҙ алып барыу иртәрәк, әммә бүтән тарафтарҙан кескәй генә еңеүҙәрҙең дә ҡыуаныслы тәүге ауаздары ишетелгәндәй. Ҡытай, йоғошло сирҙе таратыуҙа ғәйепләүҙе танымай, ғәжәпкә ҡалырлыҡ ойошҡанлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәтеп, үҙ илендә хәлде тотороҡландырып, хәҙер бүтәндәргә ярҙам итә. Был мәсьәләлә уларҙа тәжрибә баштан ашҡан бит инде. Рәсәйҙә хәлдең ауырая барыуын иҫәпкә алғанда, күршеләрҙең ярҙамы бик тә кәрәк буласаҡ.
Донъя хакимы Дональд Трамп ВОЗ-ды хәтәр тәнҡитләү һәм аҡсаһыҙ һемәйтеү менән бергә, үҙ иле эсендә тәртипте ҡаты ҡул менән урынлаштыра. Ләкин беҙҙең өсөн мөһимлек шунда: американдар, сәйәсмәндәр, әлбиттә, Рәсәй, Путин тураһында сүбәк сәйнәүҙе кәметеп, эшлекле мәсьәләләр менән шөғөлләнә башлағандай. Һуңғы осорҙа ике дәүләт Башлығының йыш ҡына хәбәрләшеүе, айырым алғанда, нефть сығарыу күләме һәм уларға хаҡтар тураһында фекер алышыуы күңелгә йылы һала ла инде.
Дошманлашып йәшәү йәшәүме ни инде? Трамп, бай ҙа, ауан да ир, үҙ мәнфәғәттәрен мыштым ғына күҙәтеп ятыусы үтә аҡыллы европаларҙы ла урындарына ултырта, ВОЗ, БМО чиновниктарын да ауыҙлыҡлай. Владимир Владимировичҡа, формализмды күрә алмаған кешегә, Дональд менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Был, Американан бигерәк, беҙҙең файҙаға. Атай-олатайҙар әйтмешләй, тормоштан минут һайын бер тын китә, улар аҙая һәм аҙая бара. Шуға күрә бирелгән ғүмерҙе кәңәшләшеп, ярҙамлашып йәшәү фарыз. Ул юҡ-бар бәхәстәргә, көнсөллөккә, дошманлашыуға әрәм ителмәһен.
Пандемия ысындан да донъяны үҙгәртеүгә һәләтле булырмы икән? Бәғзе ғалимдар Ерҙә яңы дәүерҙең яҡынлашыуын һәм әлеге глобаль сирҙең быға этәргес көс икәнлеген раҫлай. Баҡтиһәң, бөгөнгөгә оҡшаш хәл ХVI–XVII быуаттарҙа ла теркәлгән икән. Нәҡ ошо осорҙа кешелек, һәр хәлдә, уның Европалағы һәм Американың төньяғындағы өлөшө, Урта быуат ҡоролошонан капитализмға күсә башлаған. Тетрәнеүҙәр ул саҡта ла хәтәр булған, һәм хәҙерге болғаныш шундағы менән һыуҙың ике тамсыһы һымаҡ оҡшаш. Быны, әлбиттә, хәбәрсегеҙ бармағынан һурып ултырмай, ул – тарихсыларҙың раҫлауы. Һәм, иң мөһиме, үҙгәрештәр климат менән медицинаға ла, сәнәғәт менән дингә лә, иҡтисад менән сәйәсәткә лә ҡағыла.
Һүҙҙең мәғәнәһе шунда, юғарыла әйтелгән быуаттарҙа Европаға ла эпидемия ябырыла. Ул да Ҡытайҙан килгән “бүләк” була. Ошо уҡ осорҙа климатта глобаль үҙгәрештәр үҙен ныҡ һиҙҙерә – ХVI быуатта ҡапыл ныҡ һыуыта башлай, йәғни кескәй боҙлоҡ осоро килә. Хәҙер иһә шуның күткәреһе – быйылғы ғинуар-февраль бығаса булмағанса йылы булды. Дүрт йөҙ йыл элек, тип раҫлай ғалимдар, климаттағы үҙгәрештәр, пандемия һымаҡ уҡ, тотош иҡтисади моделдең үҙгәреү факторҙарының береһе булды. Ошо осорҙа сәнәғәт революцияһы башлана.
Бөгөн беҙ яңы, мәғлүмәти, дәүерҙә йәшәйбеҙ. Күҙ терәп кенә торған нефтебеҙ тамам осһоҙланды һәм иҡтисади йәһәттән зөңкәйеүебеҙ ҙә нәҡ пандемия менән тап килде бит. Индустриаль нефть һәм газ дәүере тамамлана. Рокфеллер фонды һәм Халыҡ-ара валюта фонды һымаҡ дәрәжәле структуралар киләсәкте нефть, газ менән түгел, бәлки экологиялы энергетика менән бәйләй. Баҡтиһәң, Билл Гейтс, Майкрософттың “атаһы”, бынан биш йыл элек үк: “Беҙҙең көндәрҙә глобаль һәләкәттең иң ҙуры – ракеталар түгел, ә микробтар”, – тигән икән.
Һәм йәнә бер нәмәне хәтерҙән сығармайыҡ. Аҙаҡҡы йылдарҙа белгестәр глобаль финанс көрсөгө һәм уны тотош донъя ҡоролошон үҙгәртмәй тороп еңеп булмаясағы тураһында тылҡый килә. 2008 йылғы көрсөк әле онотолмаған, өҫтәүенә хәл насарая төштө. Корпорациялар тау-тау аҡсаларын ҡайҙа файҙаланырға, нисек төшөмдө юғалтмаҫҡа баш вата. Элекке замандарҙа бындай көрсөктөң яҙмышын донъя һуғышы хәл иткән. Хәҙерге миһырбанлы заманда ярҙамға пандемия килә. Карантиндан ҡалған донъя харабаларында яңы ҡоролош булдырырға тура киләсәк. Ун етенсе быуаттағы кеүек үк, ул бүтәнсә иҡтисади һәм сәйәси системаны кәүҙәләндерәсәк.
Тамыры тәрән ағас йығылмай
Урман тураһында байтаҡ яҙған кеше булараҡ, ысындан да шулай шул, тип нығытып ҡуйҙым. Бөтөн донъя, ҡыҫталып, бушанырға урын таба алмаған мужик һымаҡ сыпранлай, ҡеүәте, медицинаһы, уҡымышлылары менән маҡтанған Көнбайыштың да кикереге һәлпәйҙе. Эшһеҙҙәр, ризаһыҙҙар һаны көндән-көн арта, предприятиелар туҡтала. Беҙ, шөкөр, сәсеүгә төштөк, Европала хәҙер һабан ҡайғыһы түгел – ауырыйҙар.
Ә һеҙ Рәсәйҙә ҙур етештереү предприятиеларының берәйһенең эшен туҡтатыуы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Вәт шул, беҙҙә сирхуштар аҙ – сынығып, ауырлыҡтарға күнегеп үҫкәнбеҙ. Был – бер. Икенсенән, Рәсәй, Аллаға шөкөр, Советтар Союзынан ҡалған байтаҡ матди нигеҙҙе, экстремаль шарттарҙа эшләү һәм йәшәү тәжрибәһен һаҡлап ҡалған. Тиргәһәк тә, беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы, Оборона министрлығы менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығының әҙерлеге, матди һәм кадрҙар йәһәтенән мөмкинлектәре юғары дәрәжәлә булып сыҡты. Беҙ, бәлки, технологик, медицина ҡорамалдары йәһәтенән арттараҡ ҡалғанбыҙҙыр, әммә Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш ваҡиғалар осоронда ла халҡын асыҡтырмай, мохтажлыҡ кисертмәй йәшәтерлек мөмкинлеге бар.
Ошо йәһәттән журналистың хәтерендә һаҡланған бер серҙе аса бирәйек инде. Күптәнге танышым, партияның Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары булып эшләгән Бородинды “Дәүләт резервтары” тип аталған ойошманың етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Атамаһы нимәгәлер ишара яһаһа ла, Евгений Матвеевичтың ысынында ни менән шөғөлләнгәнен белге килә бит. Быуынына төшә торғас, ул, адрес-фәләнен әйтмәү шарты менән, бер предприятиеһын күрһәтергә ризалашты.
Кеше-ҡара күҙенән алыҫ, ныҡ һаҡлана торған, ғәмәлдә ер аҫтындағы һаҡлағыста, мин миңрәүҙең фекеренсә, ғәмәлдә донъя өсөн кәрәк һәммә нәмә бар ине, хатта пресланған бесән дә. Бородиндың урыҡ-һурыҡ ҡына хәбәренән шуны аңланым: илдәге ошондай запастар һуғыш йәки бүтән бәлә-ҡаза килә ҡалһа, бер нисә айға етә. Өҫтәүенә улар тулыландырып, алмаштырып торола икән.
Был юҫыҡтан ошо урында туҡтаныҡ. Шуны ғына өҫтәп әйтәйем: илебеҙҙең нигеҙе лә, быуыны ла ныҡ. Уға әүәлдән сәләмәт яралғы һалынған, һәм ул һис тә мах бирәһе түгел.