Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы – боронғо ауылдарҙың береһе. Уның тәүге исеме – Ҡолбаҡты. Тарих яҙмаларына күҙ һалғанда, 1795 йылда уҙғарылған 5-се ревизия осоронда был ауылда 31 йортта 257 кеше теркәлгән. 1900 йылда ауылда ике мәсет һәм һыу тирмәне эшләүе тураһында яҙыу һаҡланған.1920 йылда 194 өйҙә 905 кеше йәшәгән, халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 500 кеше 304 ат, 202 һыйыр, 325 һарыҡ һәм 150 кәзә тотҡан. Күреүегеҙсә, ауыл халҡы күпләп мал аҫраған, тимәк, улар хәлле йәшәгән, тип әйтергә мөмкин. Малсылыҡтан тыш балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ һәм игенселек менән дә шөғөлләнгәндәр.
Билдәле булыуынса, 1740 йылда Оло һәм Бәләкәй Ҡыҙыл, Үҙән, Ҡағы йылғалары буйында, Урал тауының Ҡырҡты тау теҙмәһенән Ағиҙелгә тиклем 182 ауыл яндырылған. Улар араһына яңылары нигеҙләнгән. Ҡолбаҡты ауылы ла шундай аяныслы хәлгә дусар була. Яңы ауыл урынына тәүге ташты Абдрахман һәм Ишбулды Әлмөхәмәтовтар, Ирназар, Изиги, Аҡназар Йәрмөхәмәтовтар һала. Ауыл Бөрйән ырыуына ҡарай. Әйткәндәй, Әбйәлил районында ни бары өс ауыл – Әлмөхәмәт (Ҡолбаҡты), Булат (Монаш) һәм Әбдрәш (Нуғай) Бөрйән ырыуына ҡарай. Уларҙы ялан бөрйәндәре тип тә йөрөтәләр, был ауылдарҙың барыһы ла Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Әлмөхәмәт мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан үҙ заманында ауылдың абруйлы улдарының береһе булған. Ул дин ғилемен тәрән белгән, фарсы, төрки телдәрен яҡшы үҙләштергән, уҡымышлылығы, белеме һәм аҡылы яғынан Башҡортостанда ғына түгел, Урта Азия илдәрендә лә танылған шәхес була. Был турала башҡорт халҡының мәшһүр улы Зәки Вәлиди “Хәтирәләр” китабында яҙған.
Әлмөхәмәт мәҙрәсәһендә Ғәбделханнан ишан хәҙерге Урал аръяғы райондарынан килеп уҡыған балаларға ислам диненән, ғәрәп телендә уҡыу-яҙыуҙан, математика, тарих һәм географиянан да һабаҡ бирә. Ул үҙе “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем алған, шәкерт сағынан уҡ суфыйсылыҡ ғилеме менән ҡыҙыҡһынған һәм белемен дауам итеү маҡсатында Бохарала белем эстәгән.
Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан Мәҙинәнең юғары мәҙрәсәһендә уҡый һәм Истанбул шәһәрендәге мәҙрәсәлә өс йыл эшләй. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, яңы мәсет төҙөтә һәм үҙе имам-хатип була. Мәҙрәсә асып, шәкерттәр уҡыта башлай. Әйткәндәй, ишандың ҡулында ваҡытында халыҡ табибы булып танылған, әүлиә Мөжәүир хәҙрәт тә белем ала.
Ауылдан алыҫ булмаған урында Әминғыуаҡ (Әмин ҡыуағы) шишмәһе бар. Уның һыуы бик шифалы, ҡышын да туңмай. Халыҡтың әйтеүҙәре буйынса, тап ошо шишмә янында Ғәбделханнан ишандың йәйләүе урынлаша, шишмәнең шифалы булыуы ла хәҙрәт ҡөҙрәтенән, тиҙәр. Ул 1938 йылда 88 йәшендә вафат була һәм Әлмөхәмәт ауылы зыяратында ерләнә. Уның ҡәбере ауылдаштарының дөйөм көсө менән кәшәнә итеп яңыртыла.
Ауылдың башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Хәмитованың тырышлығы һәм эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә, 2019 йылда ауылда Ғәбделханнандың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтә, “Ғәбделханнан ишандың аҡ һабаҡтары” исемле методик ҡулланма донъя күрә, уның туғандары менән бәйләнеш булдырыла.
Республикалағы берҙән-бер рухиәт музейы
Ул Әлмөхәмәттә асылыуы менән дә әһәмиәтле. Ауыл бай тарихы, уңған халҡы һәм башҡарған эштәре менән дан тота, башҡорт әҙәбиәтенә киң билдәле шәхестәр үҫтергән төбәк булараҡ та ғорурлана. 2013 йылда ғалим Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев һәм шағир Рәмил Ҡолдәүләтов исемендәге әҙәби музей асыла. Бында өс шәхестең тормош юлына арналған йөкмәткеле стендтар эшләнгән, шәхси әйберҙәре, фотоальбомдар ҡуйылған. Был музей әлмөхәмәттәр өсөн генә түгел, ошо төбәктә йәшәүселәргә рухиәт шишмәһе булып хеҙмәт итә. Әлмөхәмәт ауылында сәнғәтебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙарының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева донъяға килгән. Музейҙа уның тураһында ла экспонаттар урын алған, стенд булдырылған.
Музейҙың етәксеһе, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Әлмөхәмәт ауылы башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Хәмитова белдереүенсә, яҙыусыларҙың туғандары һәм дуҫтары ярҙамында һәр саҡ экспонаттар тулылана, улар тураһында матур иҫтәлектәр яҙыла.
– Йыл һайын әҙәбиәт музейына килеүселәрҙең һаны арта, быйыл ғына донъялағы киҫкен хәлгә бәйле бер аҙ туҡталып тора. Уҡыу аҙағында төрлө райондарҙан уҡыусылар экскурсияға килә торғайны, шулай уҡ Сибай институты һәм колледждары ла беҙҙең музейҙан ситтә ҡалмай, улар һәр саҡ беҙҙең көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе. Йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләү, ауылдаштары менән ғорурланып үҫһен, киләсәктә уларға оҡшарға тырышһын өсөн, арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында асылған музей үҙ асылына тоғро хеҙмәт итеүҙән туҡтамай. Бөгөн беҙ шулай уҡ ауыл тарихы, ауылыбыҙҙың күренекле кешеләре, ер-һыу атамалары тарихы, хеҙмәт, мәғариф алдынғылары тураһында мәғлүмәттәр туплайбыҙ. Ололарҙан һорашып, яҙып алабыҙ, – ти Рәсимә Сәфәрғәле ҡыҙы.
Өс олуғ шәхес сыҡҡан ауылдың китапханаһын да ситләтеп үтә алманыҡ. Бөгөн әлмөхәмәттәр китап уҡыймы, күренекле ауылдаштарының рухына хыянат итмәйме, китап донъяһындағы хәл-әхүәлдәре нисек? Ошо һорауҙарға яуап табыу ниәтенән ауыл китапханаһының ишеген асабыҙ. Ауылдың клубы һәм китапханаһы бер бинала урынлашҡан, рухи-мәҙәни үҙәктән кеше өҙөлмәй.
Китапханасы Сәғиҙә Ҡасимова әйтеүенсә, әлмөхәмәттәр китап уҡырға ярата икән. Айырыуса Флүрә Ғиниәтуллина, Фәнүзә Әбйәлилева, Сәкинә Рамаҙанова, Карина Мәҡсүтовалар маҡтап телгә алынды.
– Дөйөм китап фонды – 20 мең дана, 500-ҙән ашыу китап уҡыусым бар, – ти Сәғиҙә Нуретдин ҡыҙы. – Бигерәк тә оло быуын китап уҡырға әүәҫ, улар үҙҙәре инеп, яңы китап килгәнен көтөп кенә тора. Ҡулдарына эләкһә, балалар кеүек ҡыуанып, уҡырға тотоналар. Ауылдашыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаевтың, шулай уҡ яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Хәйҙәр Тапаҡов, Миләүшә Ҡаһармановаларҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар. Балаларға фантастика, рус әҙәбиәте нығыраҡ оҡшай. Китап уҡыусылар конференцияһы, төрлө тематик кисәләр үтә, ваҡытлы матбуғат һәм яңы китаптар менән танышып, уларҙы уҡыу өсөн дә килеүселәр бар.
Китапхана менән клубтың бер бинала урынлашыуы халыҡ өсөн уңайлы. Клуб мөдире Менәүерә Өмөтбаева менән бергә ауылда мәҙәни саралар, төрлө байрам, өмәләр ойошторола. Әлмөхәмәттәр, “Йырсы ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булған. Сәләмәт йәшәү һәм спортты пропагандалаған төрлө ярыштар ҙа үтә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан, Сәғиҙә Ҡасимова тыл хеҙмәткәрҙәре менән бик матур осрашыу үткәргән: һуғыш осоро балалары үҙҙәренең ауыр һәм михнәтле бала сағы, иңдәре лә ҡатып өлгөрмәй, төрлө ауыр эштә тир түгеүҙәре, фронтҡа үҙ өлөштәрен индереүҙәре тураһында һөйләгән.
Ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары” вокаль ансамбле бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. Уларҙың сығыштары һәр ерҙә көтөп алына, көслө алҡыштар менән оҙатыла. Ләлә Ғүмәрова етәкселегендәге ансамблгә Мәстүрә Усманова, Рәмилә Буранбаева, Рәйсә Әбделғазина-Батталова, Сәлимә Ғилманова,Гүзәл Усмановалар теләп йөрөй, яңы йырҙар өйрәнеп, һәр саҡ репертуарҙарын яңырта.
Бала сағы ауыр һуғыш осорона тап килгән ветерандарҙың яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмай: аслыҡ-яланғаслыҡ, күп михнәт аша белем алыу, фәҡәт эшһөйәрлек һәм лайыҡлы йәшәргә ынтылыш арҡаһында тормош һынауҙарына бирешмәгәндәр, матур ғаилә ҡороп, ишле балалар үҫтергәндәр һәм тормоштан йәм-тәм табып йәшәгәндәр.
Ир-аттар араһынан ауылда иң оло аҡһаҡалдарҙың береһе Өлфәт Мәҡсүтовтың да тормош юлы үҙ тиҫтерҙәренән һис кенә лә айырылмай. 16 йәшенән генә “Буденный” колхозында эш башлай һәм 44 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. 1957 йылда ул эшләгән колхоз “Урал” совхозына ҡушыла һәм ваҡытында районда иң алдынғы һәм миллионер хужалыҡтарҙың береһе була.
– Элек эш һайлап торманыҡ, колхоз йәки совхоз рәйесе ни тиһә, шуны һүҙһеҙ үтәр инек. Эш тә булды, аш та булды. Өйҙә буш ултырған әҙәм юҡ ине. Ауыл гөрләп торҙо, эшкә бармаған кешегә халыҡ нисектер бер аҙ сәйерһенеп тә ҡарағандай тойолдо. Өйҙә ятыу эш боҙоуға тиң кеүек һанала ине. Хәҙер йәштәргә эш тә юҡ, эшләргә теләүселәр ҙә юҡ. Тырышып донъя көтөргә теләгәндәр ҡайҙан булһа ла йүнен таба, ҡырға йөрөп булһа ла эшләй, теләге лә, дәрте лә юҡтар өйҙә ята.
Уйлап ҡараһаң, ҡыҙым, элек тә бит тормош еңел булманы: иртән тороп эшкә китер инек, кис төшкәс, ҡайтып инәбеҙ. Донъяң да бар бит, ғаиләң, балаларың. Хәҙер аптырап та ҡуям, нисек барыһына ла өлгөрөлгән икән, – тип хәтерләп алды ул саҡтарҙы Өлфәт Мөхәмәтҡужа улы.
1970 йылда ул Гөлбикә Тимерйән ҡыҙы менән ғаилә ҡора, биш бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел йәмәғәте вафат булып ҡалған, ауыр хис-тойғоларҙан әңгәмәсем арынып та бөтмәгән, ярай әле янында ҡыҙы Миңзәлә бар. 82 йәшлек олатай хужалыҡ эштәрендә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша, баҡса үҫтерергә ярата. Туғыҙ ейән-ейәнсәргә һәм һигеҙ бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай ул.
Нисек кенә ауыр булмаһын, оло быуын үҙҙәре күргән нужаларҙы ла, кисергән һөйөнөс-көйөнөстәрҙе лә йыш телгә алыусан. Хәтер тигәнең тағатылған йомғаҡ кеүек, бер ысҡынһа, осона тиҙ генә сығырмын, тимә. Минең геройымдың да һөйләр һүҙҙәре күп ине, әммә ошо мәлдә Магнитогорск ҡалаһынан атаһының хәлен белергә килгән улының ғаиләһе ишекте асты. Олатаһының ҡосағына ейәненең килеп һырылыуы Өлфәт Мәҡсүтовтың кәйефен күтәрҙе, йөҙҙәре балҡып китте, борсолоуҙары бер аҙға юҡҡа сыҡты, яурындары турайҙы. Тап ошо минутты тоторға тырышып, тиҙ генә фотоға төшөрөп тә өлгөрҙөм.
Эльвина менән Ринат Байрамғоловтар – ауылдың йәш ғаиләләренең береһе. Йәштәр өйләнешкәс, бер аҙ Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, Ләйсән исемле ҡыҙ үҫтерә.
Эльвинаға үҙ һөнәре буйынса ауылда эш тәҡдим иткәстәр, Байрамғоловтар һис икеләнеүһеҙ тыуған ауылына ҡайтырға теләк белдерә. Әле улар ата-әсәһе менән бергә йәшәй, киләсәктә үҙ йорттарын төҙөргә хыяллана. Бөгөн Эльвина Ғәле ҡыҙы ауылда фельдшер булып эшләй.
2018 йылда Әлмөхәмәттә “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә, заманса өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған бинала фельдшер, акушерка, процедура, прививка яһау кабинеттары, көтөп ултырыу, хеҙмәткәрҙәр өсөн кабинеттар бар. Рима Йосопова утыҙ йылдан ашыу ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора, бөгөн ул хаҡлы ялда.
Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылында тыуып үҫкән Эльвина Ғәле ҡыҙы медицина өлкәһенә әсәһенең тәҡдиме менән килә. 2015 йылда Сибай медицина колледжын тамамлап, Магнитогорск ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай.
Әлмөхәмәт һәм МТС ауылы халҡы ФАП хеҙмәтенән файҙалана, барлығы 715 кешене хеҙмәтләндергән ауыл фельдшерына һәр көн төрлө сирлеләрҙе ҡабул итергә тура килә. Күрше Сиҙәм ауылында дауахананың булыуы ла бик уңайлы: күпселек ауырыуҙарға район үҙәгенә йөрөргә тура килмәй, урындағы терапевҡа барып, дарыу-уколдар яҙҙырып алып, бында һалдырыу йә иһә башҡа процедуралар алыу мөмкинлеге бар.
– “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡыртырға тура килгәндә, мин шәхсән үҙем шылтыратам, ауыр хәлдә булыусыларҙы шунда уҡ Асҡар үҙәк дауаханаһына илтәбеҙ. Күберәк юғары ҡан баҫымынан яфаланғандар мөрәжәғәт итә, шулай уҡ йөрәк сирлеләр ҙә етәрлек. Ауылға эшкә ҡайтыуыма һис тә үкенмәйем, халыҡ та ышаныс менән ҡабул итте, артабан белемемде камиллаштырырға ла теләк ҙур. Ауылда оло йәштәгеләр күп булғас, шулай уҡ йөрөй алмаусыларға ла өйҙәренә барырға тура килә, бигерәк тә коронавирус инфекцияһы осоронда оло йәштәгеләргә аңлатыу эштәре лә алып барам, һаулыҡтарын да ҡайғыртам, – ти йәш фельдшер.
Төйәк яҙмышын бергә хәстәрләгәндә
генә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә мөмкин, – ти Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин.
– Әлмөхәмәт – боронғо ауылдарҙың береһе булараҡ, бай тарихы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән данлыҡлы. Бында игенселек һәм малсылыҡта эшләүсе хеҙмәт алдынғылары бик күп, бөгөн дә атай-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеүсе фермерҙар бар. Былтыр ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте, халыҡ төҙөкләндереү, үҙ ихатаһын матурлау буйынса ифрат күп эш башҡарҙы, шуға күрә бөгөн ауыл урамдары төҙөк һәм матур, шәхси йорттар күркәм. Ауыл халҡы мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәргә тырыша, Магнитогорск ҡалаһының яҡын булыуы беҙҙең ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн бигерәк тә ҡулай. Күптәр ҡалаға йөрөп эшләй, үҙҙәре етештергән һөт, ит ризыҡтарын шунда барып һата.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ойошмалары менән бергә әүҙем эш алып барабыҙ, мәктәп, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ауылда төрлө мәҙәни саралар үткәрә, әммә ни өсөндөр ауыл халҡы яғынан әүҙемлек етешмәй. Башлап йөрөүселәрҙе күтәреп алыусылар шунда уҡ табылмай, халыҡ яйыраҡ, бер аҙ уларҙы ҡуҙғытып, күңелдәренә осҡон һалғансы, ваҡыт яғы тарыраҡ килеп сыға. Әммә әйтте икән, һүҙҙәрен үтәй, эштәрен башҡара, – ти ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Салауат улы.
Биләмә башлығы менән ауыл урамдары аша танышып йөрөгәндә, шәхси эшҡыуар Ишдәүләт Буранбаев менән дә аралашырға насип булды. Урмандан диләнкә яҙҙырып алып, утынлата халыҡҡа һатыу менән шөғөлләнгән эшҡыуар Иҙрис Батыршинға үҙ проблемалары хаҡында хәбәр итеп өлгөрҙө. Тауыҡ сүпләһә лә мәңге бөтмәҫ кеүек тойолған ауыл тормошона ҡағылған мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт тыңлап ҡына ҡалмай, ә уларҙы хәл итергә бар яҡлап ярҙам итергә тырыша Иҙрис Салауат улы.
“Ошо ерҙә йәшәгәс, етәксе булараҡ, халыҡ һиңә ышаныс белдергән икән, һәр ауылда көн күргән халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртыу, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышам”, – ти үҙе лә.
Әйткәндәй, ауылда социаль объекттарҙан башланғыс мәктәп, клуб, китапхана һәм ФАП эшләй, ике шәхси магазин, ике мәсет бар.
Үҙ хоккей командалары бар!
Әлмөхәмәттәрҙең өлгө булырлыҡ йәнә бер эштәре хаҡында әйтеп үтмәһәк, дөрөҫ булмаҫ ине. Бында элек-электән хоккей спорты ныҡ үҫешкән, хатта үҙҙәренең хоккей майҙансығы ла бар.
Ауылда хоккей уйынының тарихы етмешенсе йылдарҙан уҡ башлана. Оло Ҡыҙыл йылғаһы Әлмөхәмәттең генә түгел, ә уға яҡын ауылдарҙың да стадионы булып хеҙмәт итә. Боҙ туңғас та, ауыл малайҙары хоккей уйнай башлай. 1993 йылда Әлмөхәмәт мәктәбе директоры, йәш хоккейсыларҙың тренеры, хоккей фанаты Шафиҡ Хәмитовтың тырышлығы менән хоккей ҡабы төҙөлә. Был хәл ҡыҙыҡһынып ҡына конькиға баҫҡан малайҙарҙың яратҡан шөғөлдәренең ысынбарлыҡҡа ашыуына сәм өҫтәй. Шул уҡ йылда улар, команда туплап, ярышҡа сыға. Йәш хоккейсыларҙың уйнау ҡомары һәм теләктәренең ни тиклем көслө икәнен тойоп, мәктәп директорымын тип тормай, уларҙы тәрбиәләүҙе һәм үҫтереүҙе Шафиҡ Ғәле улы үҙ өҫтөнә ала.
“Аҡбуҙат” тип исем дә ҡушып ебәрәләр, артабан Әлмөхәмәт хоккейсылары “Алтын шайба” республика турнирында үҙ көстәрен һынап ҡарарға батырсылыҡ итә. 2008 йылда Саҡмағош районы үҙәгендә үткән “Алтын шайба” республика бәйгеһендә улар өсөнсө урын яулай. Әлмөхәмәттәрҙең был оло еңеүе район тарихында республика күләмендәге хоккей буйынса тәүге еңеү була. Шуныһы ҡыуаныслы: әле лә ауыл хоккейсылары боҙ майҙандарына хыянат итмәй, тәүге ҡар яуыу менән ҡулдарына конькиҙарын тотоп, боҙ майҙансығына йүнәлә. Хәҙер инде ауыл хоккейсыларының бер нисә быуыны барлыҡҡа килгән: атайҙарынан күреп конькиға баҫып, ҡулдарына сәкән таяғы алған малайҙар бөгөн үҙҙәренең улдарына конькиға баҫырға ярҙам итә.
Тимәк, ауылда быуындар бәйләнеше дауам итә. Күсәгилешлек бар икән, ауыл да йәшәйәсәк.