Өфөлә ике иҫерек уғрыны тотҡандар. Был юлы уларға бәхет йылмаймаған – урланған машинала бензин бөткән дә ҡуйған...
Йорт эргәһендәге “Нива”һының юғалыуын белеп, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә. Был тирәлә бик сәйер ике ирҙең уралғылағанын күргәндәр ҙә була. Тирә-яҡты байҡағанда полиция хеҙмәткәрҙәре күҙенә “Нива” машинаһын көс-хәл менән этеп барған ирҙәр салына. Үҙҙәре лаяҡыл иҫерек! 30 һәм 35 йәшлек ирҙәрҙең икеһе лә элек хөкөмгә тарттырылған булған.
Уғрылар машинаның йоҙағын ватып, автомобилгә ултыра, тик бик алыҫҡа китә алмай – бензин бөтә. Уларҙың башында запас вариант тыуа: нисек тә машинаны кеше күҙенән алыҫ ергә күсерергә! Шулай “Нива”ны этеп барышлай хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулына эләгәләр.
Уғрыларға ҡарата енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәте.