Хәйбулла районының Аҡъюл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары урындағы зыяраттың ҡоймаһын буяу буйынса өмә үткәрҙе.
Үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда кеше аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ғәйәт ҙур эш атҡарылды. Мәрхүмдәрҙең мәңгелек йорто үткән көҙ ауыл халҡы тырышлығы менән кәртәләп алынған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 6 июнь республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үткәрелә. Республика Башлығы был көндө 2 майға тәғәйенләгәйне, донъялағы киҫкен хәлгә бәйле, уның ваҡыты йәй башына күсерелде.
Халҡыбыҙҙа, иҫәндәрҙең - ҡәҙерен, үлеләрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу – һәр кемдең изге бурысы.
Фото: Аҡъюл ауыл биләмәһе сайты.