Йәмғиәт
30 Май 2020, 18:06

Етәкселәр – Башҡортостандың төп майҙанында

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө сараларҙан һуң Салауат Юлаев майҙанында булды.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө сараларҙан һуң Салауат Юлаев майҙанында булды.

Илдең баш ҡалаһы ҡунағы Өфөнөң визит карточкаһы булған урынын – Башҡортостандың халыҡ геройы һәйкәлен күрҙе.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Михаил Мурашко яңы инфекция үҙәген асыуҙа ҡатнашты, онкодиспансер менән кардиоүҙәктең яңы корпустары төҙөлөшө барышын, буласаҡ Балалар гемотологияһы үҙәге урынын ҡараны, онкологтарҙың Бөтә Рәсәй конференцияһында булды, медицина университеты студенттары менән осрашты.

Олег Яровиков фотолары.
Читайте нас