Йәмғиәт
30 Май 2020, 06:10

Өфө халҡы таланып ҡайта...

"Ҡап-ҡара, эре үҙҙәре, болот булып һырып алалар..."

Өфө ҡалаһы халҡын быйыл серәкәйҙәрҙең саманан тыш күп булыуы борсой. Улар был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә әүҙем әңгәмәләшә.

Лилиә исемле ханым ял иткәндә "Президент отель" паркында серәкәйҙәрҙән таланыуын белдергән. Саф һауа һуларға тип барып, Урмансылар паркынан да ыҙа күреп ҡайтҡандар бихисап икән, бигерәк тә балалылар.
Быйылғы серәкәйҙәрҙең, ғәҙәти булмағанса, ҡап-ҡара, эре булыуын, болот булып һырып алыуын билдәләгәндәр. Ҡан эскестәргә күбеһенсә Йәшел сауҡалыҡ һәм Дим биҫтәһе халҡы зарланған.
"Проуфу" порталы хәбәр итеүенсә, серәкәйҙәргә ҡаршы дезинфекция ҡасан башланыр тигән һорау менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат секретары Софья Алешинаға мөрәжәғәт иткәндәр.

"Ғәҙәттә, дезинфекция графигы тәбиғәт шарттарына ҡарап һәм башҡа төрлө сәбәптәрҙе иҫәпкә алып төҙөлә. Өфөнөң ҡайһы бер парк биләмәләрендә эштәр башланды ла инде. Ә бына йорт, ишек алды майҙандарын зарарһыҙландырыу өсөн Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеү кәрәк", - тип белдергән ул.
Фото: park-kosa.ru
Читайте нас