"Лиза Алерт Башҡортостан" ирекмәндәре 37 йәшлек Марат Шәйхетдиновты эҙләүгә биреүҙәре тураһында хәбәр итә. Билдәле булыуынса, ир бер йыл элек үк хәбәрһеҙ юғала, уны һуңғы тапҡыр 2019 йылдың июлендә күрәләр.
Туғандары, яҡындары "ГорОбзор.ру" сығанағы хәбәрселәре менән бәйләнешкә инеп, Мараттың юғалғанға тиклем Балаҡатайҙа туғандарында йәшәгәнен, Балаҡатайға Силәбе өлкәһенән килгәнен хәбәр иткән. Аҙаҡ ул эшкә урынлашам тип сығып китә лә юҡ була. Аҙаҡ Өфөлә аҡсаһыҙ, бер ниндәй документтарһыҙ табыла.
"Асыҡланыуынса, Марат төҙөлөштә эшләй, тәүге хеҙмәт хаҡын алғас, эсә башлай. Ул йәшәгән урынынан төндә сығып китә, уны эҙләүгә бирәләр. Аҙашҡандыр, тип уйлағандар. Әммә бер нисә көндән һуң уны полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп таба. Аҡсаһы ла, документтары булмай сыға. Хоҡуҡ һаҡсылары беҙгә уның фотоһын ебәрҙе. Тик Марат полиция бүлегенән билдәһеҙ яҡҡа сығып китә. Шул көндән алып бер йыл самаһы ваҡыт үтте инде", - тип хәбәр итә туғандары.
Улар белдереүенсә, ирҙе Өфөлә сиркәү янында ла күргәндәр. Хәйер һорашып йөрөгән. Аҙаҡ туғандары ошо урында эҙләп ҡарай, тик һөҙөмтәһеҙ. Балаҡатайҙа ла уны күрмәйҙәр.
Мараттың билдәләре: буйы 164 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле, күҙҙәре һоро. Өҫтөнә нимә кейгәне билдәһеҙ. Кемдәр уны күргән йәки аралашҡан, 8 800 700 54 52, шулай уҡ 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.