Йәмғиәт
31 Май 2020, 16:30

Урманда көсләгән дә ҡасҡан

Белорет районының Аҙнағол ауылында була был хәл.

Белорет районының Аҙнағол ауылында йәшәгән 28 йәшлек Вәхит Ғәҙелшинды эҙләйҙәр. Юҡ, ул ғәйеп булмаған, ә енәйәт эшләп ҡасҡан.
Республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 27-һенән 28 майға ҡарата төндө әлеге ир 43 йәшлек ҡатынға ташланған. Ул уны урманға индереп көсләгән һәм ҡасҡан.
Әле Белорет районының район-ара тәфтиш бүлеге уға ҡарата “Көсләү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Вәхит Ғәҙелшинды федераль эҙләүгә биргәндәр.
Уның ҡайҙалығын күргән йәки белгән кешеләрҙән полицияға 8 (347) 251-62-51 йәки 02 (мобиль телефондан 102) һандары буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас