Ауырғазы районының Талбазы ауылынан 21 йәшлек Денис Фәтихов юғалған.
Егеттең туғандары белдереүенсә, 24 майҙан бирле унан хәбәр алғандары юҡ. Денис ҡара спорт кейемендә Ырымбур тарафтарына велосипедта сығып киткән булған.
"Самалау өсөн мәғлүмәт бар: ул Һарытау яғына йүнәлгән, Озинки, Ершов, Энгельс кеүек тораҡ пунттарында булыуы ихтимал. Һуңғы тапҡыр 21 майҙа киске сәғәт 9-ҙа Ырымбур яғына киткән юлда күргәндәр. Уның менән яҙышыуҙан күренеүенсә, үрҙә әйтелгән урындарға барырға йыйына ине", – тип хәбәр итә туғаны.
Туғандары Денис тураһындағы мәғлүмәттәрҙе 89874973099, 89867053005 телефондары аша хәбәр итеүҙе һорай.