Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2020, 21:25

Фонтандарҙы күрергә барығыҙ!

Радий ХӘБИРОВ: "Тормош дауам итә, тик хәүефһеҙлек тураһында ла онотмағыҙ. Ҡурҡыныс инфекция менән даими көрәш режимында йәшәргә өйрәнәбеҙ”.

“Бөгөн фонтандарҙы ебәрәбеҙ. Тормош дауам итә, тик хәүефһеҙлек тураһында ла онотмағыҙ. Хәүефле инфекция менән даими көрәш режимында йәшәргә өйрәнәбеҙ”, – тип яҙҙы бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Бөгөн, 1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә - баш ҡалала күпселек фонтандар эш башланы. Тәүгеләрҙән булып Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын “Ете ҡыҙ", Салауат Юлаев майҙанындағы “Ҡурай”, Ленин исемендәге парктағы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы янындағы һәм башҡа фонтандар ҡыуандырҙы.
Әйткәндәй, 1 июлдә Өфөләге “Имәндәр” скверында “Торналар” фонтаны асыласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас в