"Яңыраҡ элек яратып йөрөгән кешем менән яңынан осраша башланыҡ. Беҙҙең уртаҡ балабыҙ ҙа бар. Оҙаҡ ваҡыт - ете йылға яҡын аралашмай йәшәнек. Ҡасандыр яҙмыш беҙҙе айырҙы. Ғүмеремде башҡа менән бәйләмәнем, өйләнмәнем дә. Балабыҙ әле минең менән. Ә ул тормошонда икенсе ирҙе осратҡан, ике балалары бар икән.
Осраҡлы күрешкәйнек, артабан осраша башланыҡ. Элеккеләрҙе иҫләп, тормошта күпме хаталар эшләгәнде икебеҙ ҙә аңлай инек. Түкмәй-сәсәмәй яҙмышын бәйән итте ул. Ире холоҡһоҙ кеше булып сыҡҡан, көнсөл, шул нигеҙҙә ҡул да күтәрә, үпкәләшкән һайын фатирҙан ҡыуа, ти. Тамам түҙемһеҙлеге бөтөп, башҡа былай йәшәй алмаясағын аңлап, ул унан китергә ҡарар иткән.
Мин, үҙ сиратымда, ярҙам ҡулы һуҙып, элекке яңылышлыҡтарҙы онотоп, тормошто яңынан башларға тәҡдим яһаным. Был тик йәлләү тойғоһо ғына түгел ине, күңелемдең төбөндә мөхәббәт ҡуҙының һүнмәгәнлегенен тойҙом. Ул был тәҡдимгә алдан ҡыуанып киткән һымаҡ булһа ла, әлегә аныҡ ҡына яуап бирмәне, уйлайым әле, тине.
Аңлайым бер айырылғанды йәбештереү анһат түгел. Күп ваҡыт талап итәсәген икебеҙ ҙә белеп торабыҙ, был хаҡта фекерҙәребеҙ ҙә уртаҡ. Әммә мине икенсе нәмә һағайта башланы: ул көндән-көн яңы шарттар ҡуя. Минең тәҡдимгә лә тиҙ генә яуап бирмәҫәкә оҡшаған, ниңәлер һуҙа. Тағы һайландыҡ булып ҡалмаҫмынмы икән тип борсолам. Тормош ҡаҡҡылаһа ла, гүзәллеген юғалтмаған шул әле ул, сибәрлеге ир-аттың һушын алырлыҡ.
Түҙемһеҙләнеп унан яуап көтәм. Ниндәй булыр ул? Улыбыҙҙың да беҙҙе бик-бик ҡауыштырғыһы килә... Уңмағанды ҡыума тигәндәй, тәҡдим яһап дөрөҫ эшләнемме икән? Аптыраған инде. Мең төрлө һорау башта..."
(Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән)
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.