Туймазыла сүп һауытына ташланған сабыйҙың ғүмере өсөн табиптар һаман көрәшә. Урам һепереүсе Фәрит Ғайсиндың ваҡытында күреп ҡалыуы, уға лифтсы Гүзәл исемле ҡатын осрап, тиҙ генә ҡарар ҡабул итеүҙәре арҡаһында ғына кескенә йән эйәһе әлеге мәлдә тере. Медиктар әйтеүенсә, ташландыҡ бала дауаханаға бик ауыр хәлдә килтерелгән, ул ныҡ өшөп, тән температураһы 32 градусҡаса төшкән булған. Әлеге мәлдә хәле уртаса, һаулығы яҡшырыуға табан бара, хатта ауырлығы 500 грамға артҡан. Был баланың ғүмерендә бүтән һатлыҡйәндәр осрамаһын ине, тигән теләктә табиптар.
Тағы ике бәлиғ булмаған балаһы булған әсәне бындай ҡурҡыныс аҙымға нимә этәргән? Ысынлап та, алдан уйлап эшләгәнме, әллә ни ҡылғанын аңламаҫ хәлдә булғанмы? Берәйһенең баҫымына бирелгәнме? Был ваҡиға хәҙер республиканы тултырып, бөтә Рәсәй халҡына ла билдәле булды, сөнки Беренсе каналдың "Һөйләһендәр әйҙә" ("Пусть говорят") тапшырыуында нәҡ ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырыштылар.
35 йәшлек ҡатындың йыртҡыстарса мөнәсәбәтенә залда ултырыусылар үҙ фекерҙәрен белдереп, ул көндө эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырырға, әсәнең ни өсөн шундай аҙымға барғанлығына төшөнөргә тырышты. Хәсрәт-әсәнең "нимә эшләгәнемде аңламаным, башта томан ине", аҙағыраҡ "мин быны ҡыҙҙарым өсөн эшләнем" тигән һүҙҙәре берәүҙе лә ышандырманы.
Тапшырыуға Әлиә менән енси мөнәсәбәткә ингән кешеләр - йәш егеттәр ҙә - саҡырылғайны. Береһе уны февралдән бирле генә беләм тине, икенсеһе ҡатын менән осраҡлы ғына танышып, уға ваҡытын күңелле үткәреү өсөн генә йөрөүен йәшермәне. Һуңғыһы ҡатындың ауырлы икәнен белгәс, бер нисә тапҡыр абортҡа барырға ҡушҡан, аҡса тәҡдим иткән. Ғаилә ҡороу, етди бәйләнеш тураһында уйлағаным да юҡ, ти ир. Әгәр малай уныҡы булһа, ситтән тороп ярҙам итергә әҙерлеген дә белдерҙе ул.
Әлиәнең таныш бер ҡатыны, бәлки, ул сараһыҙҙан, яңғыҙ ҡалыуҙан, ауыр тормоштан ҡурҡҡандыр, сөнки ҡыҙының береһе - инвалид, тиеүенә, аҡларға тырышыуына эксперттар "бындайҙы бер нисек тә яҡлап, аҡлап булмай" тине. "Ирҙәр өсөн бөтәһен дә эшләргә ризаһың. Һинең исемеңде белгәнемә ғәрләнәм!" - тип сығыш яһаусы ла булды (ул үҙе лә ауырлы, ҡатынға иҫән-һау бәпесен табып, матур итеп үҫтерергә яҙһын).
Тапшырыу аҙағында Әлиә ҡылғанына үкенеүе, үҙен яҡшы әсәймен тиеүе, ташлаған улын үҙенә кире алғыһы килеүе тураһында ла белдерҙе, тик уның шым ғына әйткән һүҙҙәре берәүҙе лә ышандырмай, уға ҡарата ытырғаныу тойғоһон көсәйтте генә...