Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне күптәр көткәндер. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 июндән индереләсәк үҙгәрештәр тураһында әйтергә тейеш ине.
Указға үҙгәрештәр индерелде
Кәңәшмәне төбәк етәксеһе уҙған аҙнаның ыңғай яңылыҡтары менән башланы. Беренсенән, ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Ишембай районында “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Икенсенән, ял көндәрендә республикала 55 көн эсендә төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды.
Оператив кәңәшмәнең төп һорауына килгәндә, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәрҙе һөйләне. Асыҡланыуынса, көн һайын сирләгән кешеләр һаны бер ни тиклем кәмегән. Дауаханаларҙағы урындарға килгәндә, уның 52 проценты буш. Ошоларҙың барыһын да иҫәптә тотоп, бер ни тиклем ҡағиҙәләр йомшартылды һәм “юғары әҙерлек” тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде.
Шулай итеп, Башҡортостанда 1 июндән сауҙа үҙәктәре асыла. Тик унда ни бары сауҙа нөктәләре генә эшләйәсәк. Фуд-кордтар, кинотеатрҙар, йәмәғәт туҡланыу урындары, балалар өсөн күңел асыу бүлмәләре барыһы ла ябыҡ ҡаласаҡ. Сауҙа үҙәгендә тулыһынса санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Улар үтәлмәй икән, кире ябыласаҡ.
Кисәге көндән алып аэропорт һәм тимер юлы вокзалдарына Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙән килгәндәр мотлаҡ ике аҙналыҡ карантинда ултырмаясаҡ. Бында килгән һәр кешенең тән температураһын үлсәү, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү ғәмәлдә ҡаласаҡ.
Өсөнсөнән, республиканың, илдең йыйылма командалары ағзаларына ғына хәҙерҙән күнекмәләр үткәрергә рөхсәт ителә. Башҡаларға шулай уҡ тыйыу һаҡлана.
Дүртенсенән, айырым ишеге булған музей һәм китапханалар эш башлай. Әгәр мәҙәниәт йорто эсендә икән, улар әлегә эшләмәйәсәк.
65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы дауам итә.
Коронавирус пандемияһы ваҡытында Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдың береһе – өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум түләү. Тәүге түләүҙәрҙе кисә ала башланылар ҙа. Уны алыу өсөн ата-әсәгә Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ғариза ебәреү ҙә етә ине.
– Был – иң ҙур һәм иң көткән түләү. Уны беҙҙең республикала 709 мең бала аласаҡ. Пенсия фонды вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 400 мең баланың ата-әсәһе ғариза биреп тә өлгөргән. Яйлап бөгөндән башлап уларҙың иҫәптәренә аҡса күсә башлаясаҡ, – тине Хөкүмәт вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Шулай уҡ вице-премьер белдереүенсә, оҙаҡламай өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә лә пособие түләнә башлаясаҡ. Улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тейеш һәм даими буласаҡ.
Тағы бер яңылыҡ: бөгөндән йәш ярымға тиклемге бала ҡараған өсөн минималь пособие ике тапҡырға артасаҡ. Был ярҙам студент йәки эшһеҙ ата-әсәләргә ҡағыласаҡ.
Янабыҙ, батабыҙ, ҡырылабыҙ...
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров аҙна эсендә булған ғәҙәттән тыш хәлдәргә байҡау яһаны. Яҙҙың һуңғы көнө дауыл, борсаҡ менән килде. Был кешеләргә һәм ауыл хужалығына зыян килтермәй ҡалманы.
– Көслө ел арҡаһында тораҡ йорттар, мәктәп, балалар лагерҙары ҡыйыҡтары зыян күргән. Бүздәк, Шаран, Кушнаренко, Саҡмағош райондарында ауыл хужалығы предприятиелары биналары емерелгән. Электр менән тәьмин итеү боҙолған, – тине ул.
Көслө ел һәм борсаҡ яуыуы арҡаһында ауыл хужалығы үҫентәләре лә зыян күргән. Мәҫәлән, Бүздәк районы буйынса ғына зыян 20 миллион һум тәшкил иткән. Шәхси хужалыҡтарҙа ла ғәрәсәт эҙһеҙ үтмәне: сәселгән баҡсалар зыян күргән.
Янғындарға килгәндә, бер аҙна эсендә 327 янғын теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған. Ике урман янғыны теркәлгән, улар ваҡытында һүндерелгән. Ете кеше бейеклектән ҡолаған, берәүһе һәләк булған, ҡалғандары дауаханала.
Был аҙна эҫе тороу сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында фажиғәләр теркәлә башланы. Уҙған аҙна эсендә дүрт кеше батып үлгән, уларҙың береһе – бала. Радий Фәрит улы, ошо көндәрҙә пляждар буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк, тине.
Шулай уҡ республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе лә аҙналыҡ хәлдәргә байҡау яһаны. Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдарында 79 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 86 кеше йәрәхәтләнгән, дүрт кеше һәләк булған.
Бәлки, һабантуйҙар ҙа булыр
Сәсеү барышы тураһында вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Республика аграрийҙары яҙғы сәсеү эшен тамамлаған тиерлек. Барлығы 2,02 миллион гектар ер сәселгән. Ни бары 39 мең гектар ерҙә эш ҡалған, был – башлыса һаҙлыҡлы һәм дымлы урындар.
Йыл башынан алып хужалыҡтар һәм фермерҙар 243 трактор, ер эшкәртеүсе һәм сәсеү машиналары һатып алған. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бөгөн “Росагролизинг” компанияһына лизинг буйынса яңы техника алыуға килгән һәр унынсы ғариза – Башҡортостандан.
Бынан ары Башҡортостан Башлығы “Ауыл хужалығы сәғәте”н дә үткәрә башлаясаҡ. Унда тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡараласаҡ. Уның тәүгеһе бөгөн 2 июндә үтәсәк һәм ит малсылығын үҫтереү темаһы ҡараласаҡ.
– Һабантуйҙарға килгәндә, әлегә был мәсьәлә асыҡ ҡала. Коронавирус буйынса хәлдәрҙең нисек тороуына ҡарап план төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Ниһайәт, балалар йәйге ялға китте. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, балалар лагерҙарын асыу планы әҙерләнгән.
8 июндән балалар шифаханалары, шифаханалар һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарында әҙерлек саралары башлана. Республикала бындай 28 учреждение бар. Улар 15 июндән балаларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
22 июндән башҡа учреждениеларҙа – ҡала ситендәге, мәктәп янындағы, хеҙмәт һәм ял лагерҙарында әҙерлекте башларға тәҡдим ителә. Быйыл 200 мең бала ял итәсәк тип күҙаллана.
– Беҙ лагерҙарҙы 13 июлдән асылыр тип күҙаллай инек. Хәҙерге хәлдәр буйынса, бәлки, 1 июлдән үк мөмкин булыр. Эпидемиологик хәл тотороҡло булмаһа, ваҡыт үҙгәрәсәк, – тине Радий Хәбиров.