Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 08:44

“Башҡортостан медицинаһында барыһы ла бар!”

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко шулай тип белдерҙе.

Башҡортостанға Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эш сәфәренә килде. “Өфө” аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.


Өфө районында тантаналы рәүештә яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды. Ул “Зубов” индустриаль паркы биләмәһендә урынлашҡан һәм коронавирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән. Сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.


Яңы госпиталь бер ҡатлы, ҡурай сәскәһен хәтерләткән комплекстан ғибәрәт, ул тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияларҙан йыйылған. Үҙ эсенә 100 бокс формаһындағы палатаны ала, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә эшләй торған 82 боксты һәм 18 реанимация палатаһын.


Комплекста диагностика, дезинфекция бүлек­тәре, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк стерил­ләү бүлеге, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡ бар. Тулы ҡеүәтенә эшләгән осраҡта, госпиталь 470 кеше ҡабул итә аласаҡ. Объектты үтә тиҙ төҙөнөләр: ике айҙан аҙыраҡ ваҡытта. Башлан­ғыс авторы һәм кураторы – республика Хөкүмә­тенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.


Йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә заман талаптарына ярашлы ҡорамалдар ҡуйылған, улар юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Госпиталь тәүге пациенттарын июндән ҡабул итә башлаясаҡ.


Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров комплексты ҡарап сыҡты, төҙөүселәр башҡарған эштәрҙең масштабын, сифатын баһаланы. Тантана аҙағында улар медицина хеҙмәткәрҙәренә, үҙәкте төҙөүселәргә һәм был бурысты атҡар­ғанда әүҙемлек күрһәткәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Михаил Мурашко журналис­тарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.

– Иң тәүҙә төҙөлөштө тиҙ арала тамамлау кә­рәк булғанын билдәләр инем. Медицина уч­реждениеһын 55 көн эсендә төҙөп бөтөү, уны заман талаптарына ярашлы йыһазландырыу бик ҙур эш.


Медицина корпустарының секциялар­ҙан тороуы төрлө сир­леләрҙе ҡабул итеү, кәрәк саҡта секция-ара бәйләнеште ябыу мөмкинлеген бирә. Кислород менән тәьмин итеү өсөн инженер системалары, заман талаптарына ярашлы рентген һәм лаборатория диагностикаһы мөмкинлектә­рен, медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙланды­рыуҙың яңы алымдарын ҡулланыу комплекстың юғары талаптарға яуап биреүен иҫбатлай. Дө­йөм алғанда, был үҙәк – ҡыҫҡа ваҡыт арауы­ғында медицина, инженерия һәм заман технологияларын берләштергән мөһим проект ул, – тине министр.


Радий Хәбировҡа “коронавирус инфекцияһын еңгәс, был йоғошло ауырыуҙар үҙәге ниндәй маҡсаттарҙа файҙаланыласаҡ?” тигән һорауҙы ла бирҙеләр.


– Был госпиталгә килгәндә, ул ҡәҙимге дауахана, йоғошло ауырыу­ҙар күп һәм төрлө. Бынан тыш, Өфөләге йоғошло ауырыуҙар дауа­ха­наһының бик иҫке икәнлеге мәғлүм, уның бер бинаһына хатта 132 йыл. Унда бик күп эштәр башҡарырға кәрәк, проблема етди иғтибар талап итә. Шуға ла был госпиталь артабан ҡәҙимге йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бурысын атҡарасаҡ, – тине Радий Фәрит улы.


* * *

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика клиник онкология диспансерында булды.
Улар онкоүҙәк бүлексәләре эшмәкәр­леге менән танышты, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған юғары технологиялы ҡорамалдарҙы ҡараны. Республиканың баш радиологы, профессор Фәһим Мофазаловтың һүҙҙәренсә, онкология хеҙмәте аша көн һайын биш меңгә яҡын пациент үтә.
Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров диспансерҙың яңы корпусы төҙөлөшө барышын ҡараны. Уны быйыл йәй сафҡа индереү планлаштырыла. Туғыҙ ҡатлы бинала 240 урынлыҡ стационар, бер сменала 450 кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология һәм башҡа бүлексәләр урынлашасаҡ.

* * *

Онкология диспансерында булғандан һуң Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров “COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында онкологик сирҙәрҙе дауалау үҙенсәлектәре” тип аталған ғәмәли конференцияла ҡат­нашты. Сара видеоконференция режи­мында ошо көндәрҙә Өфөлә үткән II Вол­га буйы онкология конгресына ярашлы уҙғарылды.

Михаил Мурашко үҙ сығышында коронавирусҡа ҡаршы көрәш шарттарында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса сараларҙы финанслауҙың элеккесә ҡаласағы хаҡында белдерҙе.
– Тармаҡты финанслауҙа бер һум да ҡыҫҡартылмаясаҡ, шул иҫәптән онкология сирҙәрен дауалау өсөн, – тине министр. – Быйыл яман шеш ауырыу­ҙарын дауалауға дарыуҙар алыу 2,5 тап­ҡырға арттырыласаҡ. Беҙ илдәге һәр кешегә юғары сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген тыуҙырырға бурыслыбыҙ.
Башҡортостан Башлығы республикала яман шеште тәүге стадияһында билдәләүгә йүнәлтелгән программа ҡабул ителгәнен әйтте.
– Пациентта ошо сирҙе иртә асыҡ­лаған табип биш мең һум өҫтәмә түләү ала, – тине Радий Фәрит улы. – Иҫәп­лә­үебеҙ буйынса, был алым ауыр сир­ҙәрҙе дауалауға ҡарағанда аҙыраҡ сығым талап итә. Һәм иң мөһиме – үҙ граж­дан­дарыбыҙҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлайбыҙ.
Радий Хәбиров шулай уҡ беҙҙә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, шулай уҡ хоспис төҙөү планлаштырылғанын белдерҙе. “Коронавирусҡа төп иғтибарҙы бүлеп, башҡа ауырыуҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелбеҙ”, – тине республика Башлығы.

* * *

Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров Өфөләге Республика кардиология үҙәгендә булды.

Улар медицина учреждениеһы бү­лексәһенең эшмәкәрлеге менән танышты. Баш табип Ирина Николаева һүҙ­ҙә­ренсә, үҙәккә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент килә. Бында 20 мең са­маһы операция үткәрелә, уларҙың биш меңе – юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү программалары буйынса.
Былтыр кардиоүҙәктә реконструкция башланды. Ул яңы хирургия корпусы төҙөүҙе, шулай уҡ әлеге биналарҙы яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Эште 2023 йылда тамамлау планлаштырыла. Проекттың хаҡы – алты миллиард һумдан ашыу. Төҙөлөш республика бюджеты иҫәбенә алып барыла.
Радий Хәбиров менән Михаил Мурашко проектты финанслау йәһәтенән федераль ярҙам бүлеү мөмкинлеге хаҡында фекер алышты. Республиканан тейешле заявка әле Рәсәй Хөкүмәтендә ҡарала.

* * *

Башҡортостанда йөҙ урынлыҡ балалар онкогематология үҙәге төҙөү планлаштырыла. Уны булдырыу проектын республикаға эш сәфәре барышында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко хупланы.
Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында 92 урынлыҡ онкоүҙәк һәм ун урынлыҡ көндөҙгө стационар төҙөү планлаштырыла. Проект экспертиза үткән, документтар пакеты 2021 йылға Федераль адреслы инвестиция программаһына һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына индереү өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылған.
– Төҙөлөштө әлегә республика бюджеты иҫәбенә башлауҙы күҙаллайбыҙ, – тине баш табип Рөстәм Әхмәтшин. – Беҙҙә балалар онкогематологияһының бер бүлексәһе эшләй – барлыҡ респуб­ликаға 45 урын. Был аҙ. Шуның өсөн балалар онкоүҙәген төҙөү бик кәрәк.
Республика балалар клиник дауаханаһында булғанда Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров бүлексә­ләрҙең эше менән танышты, матди-техник базаны нығытыу мөмкинлектәрен ҡараны. Дауаханала 14 йүнәлеш буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Былтыр 1,4 мең бала тейешле дауалау үткән.
Рөстәм Әхмәтшин һүҙҙәренсә, әле бел­гестәр сифат менеджменты систе­маһын формалаштырып, балаларҙың үлем осраҡтарын кәметеү бурысына ҙур иғтибар бүлә. Атап әйткәндә, яңы программаларға ярашлы, пациенттарҙы дауаханаға алып килеү өсөн санитар авиацияны файҙаланыу тураһындағы ҡарар яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Муниципаль дауалау учреждениелары менән онлайн тәртиптә консультациялар үткәрелә.

* * *

Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина универ­сите­тының ирекмәндәр үҙәгендә булды.

2011 йылдың майында ойошто­ролған үҙәк медицина, социаль, спорт, халыҡ-ара йүнәлештәрҙе берләштерә. Коронавирус пандемияһы ваҡытында уның ирекмәндәре үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте. Улар карантиндағы һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимындағы кешеләрҙең шылтыратыуҙарын ҡабул итә, мохтаждарҙы дарыуҙар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, психологик ярҙам күрһәтә.
“Ҡыҙыу бәйләнеш”тә эшләгән ирек­мәндәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы йомшар­ғандан һуң шылтыратыуҙар һиҙелерлек кәмегән.
– Афарин! Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине һаулыҡ һаҡлау министры. – Кешеләр, бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн был осор көсөргәнешле булды, һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ ҙур әһәмиәткә эйә.
COVID-госпиталдәрҙә эшләгән ирек­мән медицина хеҙмәткәрҙәре менән онлайн-конференцияла Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров йәштәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Осра­шыу аҙағында студенттар етәкселәргә Башҡортостан дәүләт медицина универ­ситеты ирекмәндәр үҙәге ағзала­ры­ның махсус күкрәксәләрен бүләк итте.

* * *

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың яҡшы матди-техник базаһы, диагнос­ти­калауҙың һәм дауалауҙың бөтә фай­ҙалы алымдары, медицина берҙәмлеге бар. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфөгә эш сәфәрендә ошо хаҡта белдерҙе.
– Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтәйем. Бында яҡшы матди-техник база барлығын күрәбеҙ. Ул киңәйә һәм ҙурая. Һаулыҡ һаҡлауҙа файҙаланылған бар­лыҡ алдынғы технологиялар ҡулланыла.
Республикала иң яңы дауалау, хирургия, радиотерапия, нур терапияһы алымдары бар. Башҡортостан – табип-инфекционистарҙың, химио­терапевтар­ҙың, кардиологтарҙың юғары профессиональ мәктәбе. Минең ҡарашҡа, республика тотош ил һәм дөйөм донъя кимәлендә ярайһы уҡ лайыҡлы урын биләй. Тағы ла етеҙерәк хәрәкәт итеү өсөн, әлбиттә, бар медицина көстәрен берләштерергә кәрәк.
Бөгөн беҙҙең иңгә төшкән һынау ҡарарҙар ҡабул иткәндә аҡыллыраҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булыу мөмкинлеген бирә. Ул коллегаларҙың, федераль, төбәк белгестәренең бер­ҙәмлегенә саҡыра. Пациент мәнфә­ғәтендә мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Был йолалар – телекүперҙәр һаҡланыр тип уйлайым, – тине Михаил Мурашко, Башҡортостанға эш сәфәренә һығымта яһап.



Читайте нас