Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы элек-электән игенселәр төбәге булараҡ билдәле. Ауылға сиҙәмселәр нигеҙ һалған, улар ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп иген сәскән. Шуға күрә төбәктә икмәк ҡәҙерен белеүселәр, уның ҡабарып бешеүен үҙ итеүселәр күп. Хуш еҫле әпәкәй бешергән эшҡыуарҙар ауылда бер нисәү, барыһының да үҙ һатып алыусылары бар.
Күрше МТС ауылында тыуып үҫкән Фәрит Усманов “ҡасандыр икмәк бешереү цехы асырмын” тип уйламағандыр. Бала саҡтан спортты үҙ итеүе, һәр көн күрше ауылға йәйәү йөрөп белем алыуы уның рухи һәм физик яҡтан ныҡ, сәләмәт булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында белем ала. Әрмегә бара, килешеү нигеҙендә тағы бер нисә йыл хәрби хеҙмәттә була. Тыуған яғына ҡайтҡас, ауылда эш булмағанлыҡтан, үҙе әйтмешләй, Мәғниттә эшкә төшә, ғаилә ҡора, малай үҫтерә. Әммә күңеленең бер ере нисектер кителеп торғандай тойола: тыуған ауылы үҙенә тарта, үҙ эшен асып ҡарау теләге менән яна. Башта һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә уйлап, “романов” тоҡомло ҡуй үрсетә. Был эшкә көтөүсе табыуы, ваҡ малды ауыл малынан айырып ҡарауы бер аҙ мәшәҡәт тыуҙырғас, бөтә һарыҡтарын йөк машинаһына тейәп, Ҡорбан байрамы алдынан Өфөгә алып барып һата ла аҡсаһына икмәк бешереү ҡорамалдары һатып алырға тәүәккәллек итә. Йүнсел йүнен таба, тигәндәй, тиҙ арала ҡуртымға 35 квадрат метр майҙанлы бүлмә алып, ҡорамалдарын урынлаштырып та ҡуя. Яңы эш башлауға дәүләттән субсидия алыу килеп сыҡмағанын аңлаған Фәрит Ғәле улына эш башлау өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе үҙ аҡсаһына һатып алырға тура килә. Эшҡыуар дүрт кешегә хеҙмәт урыны булдыра.
Тәүге аҙымдар артта ҡала, аҡрынлап тәжрибә лә килә, клиенттар ҙа күбәйә.
– Көнөнә 300 дананан ашыу ҡалас бешерәбеҙ, уны райондың унлаған ауылына таратабыҙ. Икмәкте һәр көн үҙебеҙ кибет кәштәләренә йылы көйөнсә генә алып барып еткерәбеҙ. Һатып алыусылар хуш еҫле, тәмле икмәкте шунда уҡ яратып һатып ала. Беҙҙең ассортиментта шулай уҡ ҡаластың төрлө төрҙәре, бәлеш-бөйөрөктәр, рогаликтар бар. Һуңғылары заказ буйынса бешерелә. Киләсәктә кондитер ризыҡтарын етештерергә теләк бар. Иң мөһиме – был йүнәлештә белгес эҙләргә түгел, тиҙҙән һатып алыусылар беҙ бешергән тәмлекәстәрҙән ауыҙ итер тигән өмөттәбеҙ, – ти эшҡыуар.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡты бар ҡеүәтендә артабан алып китеү өсөн көн һайын тиерлек осраған проблемаларҙың килеп сығыуына ла әҙер булыу талап ителә. Ай һайын ҡуртымға алынған бүлмә, тотонолған электр уты өсөн түләү, ауылдар буйлап икмәк ташыу өсөн яғыулыҡтың күп китеүе һәм башҡа сығымдарҙың барыһы ла Фәрит Усмановтың үҙ кеҫәһенән сыға. Илдәге киҫкен хәлдең килеп тыуыуы ла бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселде ярайһы уҡ табыш алыуҙан мәхрүм итмәй ҡалманы. Был хәл балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә һәм башҡа социаль учреждениеларҙа икмәккә ҡарата ихтыяжды ҡырҡа кәметте. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй йәш эшҡыуар, киреһенсә, икмәк бешереүҙең төрлө юлдарын эҙләй, бәлки, ҡомалаҡ икмәге лә бешерергә кәрәктер, тигән уй ҙа тынғылыҡ бирмәй уға.
Әйткәндәй, Фәрит Ғәле улының әсәһе Римма ханым да бешеренеүгә бик оҫта. Улына төрлө кәңәштәр бирә, уны дәртләндереп тора. Йәш эшҡыуар икмәк етештереүҙе артабан киңәйтеү маҡсатында айырым бина төҙөү, аҙаҡ магазин асыу теләге менән яна, тик быларҙы тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ сығым талап ителә.
Рәмилә Вәлитова, Лида Усманова, Земфира Иҙрисова һәм Вадим Ғәлиәкбәровтарға ҙур рәхмәт уҡый ул. Ҡалала йәшәп, ауылда үҙ эшен асҡан йүнселдең йәштәргә әйтер теләге лә бар: “Үҙ эшегеҙгә тотоноуҙан ҡурҡмағыҙ, башта килеп сыҡмаһа, ташлап ҡуймағыҙ, йәнә бер йүнен табып яңынан башлағыҙ. Артабан эшегеҙ мотлаҡ яйға һалынасаҡ, үҙегеҙгә тәүәккәл, йылдам булыу ҙа ҡамасауламаҫ”.
Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында белем алған бер төркөм студенттар Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативына яҙғы баҫыу эштәренә ярҙамға ҡайтты.
Бынан ике йыл элек уҡыу йорто һәм хужалыҡ етәксеһе араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөлә. Уның шарттарына ярашлы рәүештә буласаҡ ауыл хужалығы белгестәре өс йыл алған белемдәрен практикала ҡулланып ҡараясаҡ. Егеттәрҙең барыһы ла мөһим кампанияла тәүге тапҡыр ҡатнаша. Тәүҙә йәштәр механизаторҙарға яҙғы сәсеүгә трактор һәм сәскестәрҙе ремонтлауҙа ярҙам күрһәтә, әле улар тәжрибәле ағайҙары менән баҫыу киңлектәрен иңләй.
Артем Яценко, Айгиз Ғибәтов, Ришат Һамарбаев, Ғаяз Ҡарасбаев, Вәғиз Моталлапов, Заһит Фәхрисламов һәм Өлфәт Ҡужиндарға хужалыҡтың ҡеүәтле сит ил техникаһы менән яҡындан танышыу ғына түгел, унда эшләп ҡарау мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, күптәргә бындай бәхет эләкмәй, сөнки райондың “Красная Башкирия” хужалығы төбәктә генә түгел, тотош республикала иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Хужалыҡ Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, эште фәнни нигеҙҙә алып барыуы, донъя практикаһы алымдарынан “нуль“ технологияһын ҡулланыуы менән башҡаларға өлгө булып тора. Кооперативҡа оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламовтың эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр.
Һуңғы ваҡытта ауыл хужалығы тармағына йәштәрҙең килмәүе, шуға күрә күпселек хужалыҡтарҙа миҙгелле эштәргә лә механизаторҙар таба алмауҙары күҙәтелә. Ә бына “Красная Башкирия” был йәһәттән маҡсатлы эш алып бара. Улар практика үткән һәр йәш белгескә уңайлы шарттар тыуҙыра, һайлаған һөнәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Тап ошонда тәүге сирҡаныс алған егеттәр ауыл ерендә эшкә ҡала, улар араһында үҙ эшен асыусылар ҙа бар.
Хужалыҡта Баймаҡ студенттары ғына түгел, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһында һәм Әбйәлил ҡасабаһында һөнәрселек училищеһында белем алған егеттәр ҙә бар. Улар ҙа техника серенә төшөнә, бай тәжрибә туплай. Практика үтеүселәрҙең барыһына ла эш хаҡы түләнә, дөйөм ятаҡтан урын бирелгән, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә ашханала туҡланыу ҡаралған. Бер һүҙ менән әйткәндә, буласаҡ ер кешеләренә һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Ә инде уларҙан бары тик һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыу, ерҙе үҙ итеү һәм киләсәктә унда эшләү генә талап ителә.