Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 09:37

Күңеле уның моңло сор ҡурай...

Ғүмер арбаһы елдерә. Уны бер нисек тә туҡтатып булмай – тормош ҡанундары шулай ҡоролған. Йәшлек үтеп, ҡартлыҡтың һағалай башлауын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Кемдер ғүмеренең алтын миҙгеле менән осрашҡан һәм үткәндәренән ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй бирә. Ә икенселәр, киреһенсә, һынауҙарға дусар ителеп, яңғыҙлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан, һыҙланыуҙарҙан яфалана. Ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә, яҡты донъя менән хушлашҡандар ҙа осрай.

Ғүмер арбаһы елдерә. Уны бер нисек тә туҡтатып булмай – тормош ҡанундары шулай ҡоролған. Йәшлек үтеп, ҡартлыҡтың һағалай башлауын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Кемдер ғүмеренең алтын миҙгеле менән осрашҡан һәм үткәндәренән ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй бирә. Ә икенселәр, киреһенсә, һынауҙарға дусар ителеп, яңғыҙлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан, һыҙланыуҙарҙан яфалана. Ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә, яҡты донъя менән хушлашҡандар ҙа осрай.
Уларға – бөйөк йәки ябай, билдәле йәки билдәһеҙ кешеләргә – рәхмәт уҡырға ғына ҡала. Мәҫәлән, хәҙерге заман башҡорт халыҡ йырсылары һәм ҡурайсылары араһында Булат Йәнекәев таланты менән айырылып тора. Тау шишмәһе һымаҡ ташып сыҡҡан көслө бәрхәт тауышы, йөрәк түрҙәренән урғылып торған тәрән һәм милли моң, халыҡсан башҡарыу оҫталығы менән ул иң юғары зауыҡлы тыңлаусыларҙың да йөрәген әсир итә. Уның репертуары башҡорт халыҡ йырҙарынан тора.
Бәләбәй ҡалаһы халҡы Булат Һиҙиәт улын күренекле композитор, талантлы уҡытыусы, музыка белгесе, ҡурайсы, башҡорт милли мәҙәниәтен пропагандалаған шәхес булараҡ белә. Ул Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатын астырыуға тос өлөш индергән. Уның фекерендә ныҡлы тороуы арҡаһында 2005 йылда әлеге Белем усағының өр-яңы бинаһы төҙөлдө.

Булат Йәнекәев – әүҙем йәмәғәтсе лә. Уны Бәләбәй ерендә “башҡорт рухын таратыусы” тип йөрөтәләр. Бәләбәй педагогия училищеһында милли бүлектең асылыуында ла композиторҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ижадсы халыҡ традицияларына таянып йырлауға өҫтөнлөк бирҙе, башҡарыуҙы ҡурай һәм баянда уйнау менән берләштерҙе. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары күп булды. “Кәкүк”, “Сибай”, “Һыр”, “Урал”, “Әллүки” – шуға асыҡ миҫал. М.Ғ. Имашев, З.Ғ. Исмәғилев, М.Ә. Мозафаров, Р. М. Хәсәнов, Х.Ф. Әхмәтов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен яратып башҡарҙы. “Мостай маршы” инструменталь пьесаһын (2004 йыл) һәм башҡорт, татар шағирҙары һәм үҙенең һүҙҙәренә яҙылған 300-ҙән ашыу йырҙы, шул иҫәптән, Р. Хәкимйәндең “Красноусол вальсы”, йәнә үҙе ижад иткән “Бәләбәй уттары”, “Тыуған ауылым”, “Һағындым” йырҙарын онотоу мөмкин түгел.
Булат Һиҙиәт улының исеме республикала бик тиҙ таныла, йыр-моң һөйөүселәрҙең ихтирамын һәм һөйөүен яулай, уның йырҙары радио һәм телевидение тапшырыуҙарында йыш яңғырай.
Йырсының тормош юлы бигерәк тә үҙҙәренең һәләтен илебеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итергә арнаған йәштәр өсөн фәһемле. Уның тормошҡа, йыр-моңдарыбыҙға оло мөхәббәт тойғоһон һаҡлауы, ихтыяр көсө, ташып торған дәрте, эшсәнлеге хөрмәт һәм һоҡланыу тыуҙырҙы. Үҙ ғүмерендә күпме таланттарға ҡанат ҡуйҙы, күпме йәштәрҙең йырға, моңға һәләтен асты ул.

Йырсы, ҡурайсы, баянсы, һәүәҫкәр композитор Булат Йәнекәевтең тынғыһыҙ ижади эшмәкәрлеге юғары баһаға лайыҡ.
Булат ағай йырлай, Булат ағай уйнай... Яҙғы йылғалар һымаҡ ташып, урғылып сыҡҡан илаһи моң, илаһи тауыш йөрәк түрҙәренә үтеп инеп, күңелдәрҙе һуғара. Боронғо һәм гүзәл Башҡорт иленә, башҡорттоң яҡты һәм көслө рухи донъяһына оло бер мәҙхиә булып яңғырай йырсы, ҡурайсы, баянсы Булат Йәнекәевтең йырҙары һәм моңдары. Беҙҙең күңелебеҙҙә мәңге ҡалырһың, тыныс йоҡла, Булат ағай....

Читайте нас