Һуңғы ваҡытта минут һайын яңғыраған эпидемия, пандемия, карантин, изоляция, вирус, битлектәр тигән төшөнсәләрҙән бөгөн һәммәбеҙ ҙә арыны, улай ғына түгел ялҡты тигәндә лә була. Тәүҙә һәр ишетелгән яңылыҡҡа ышанмаусылар ҙа, хәлдең киҫкен йүнәлеш алыуын күреп, бер аҙ шөбһәләнеп ҡалды.
Белем биреү тармағының дистанцияла уҡытыуға күсерелеүе, бер-бер артлы эштән туҡтаған предприятие-ойошмаларҙың хәле, бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙең кәмәһе ҡомға килеп терәлеүе, эшһеҙҙәр һанының артыуы, кибеттәрҙә тауарҙарға хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеүе, ысынлап та, һәр кемде уйландырмай ҡалманы.
Кемдер бар донъяны ус төбөндә тоторға мәжбүр иткән вирустың нисек барлыҡҡа килеүен, кемдәр таратыуын, уны сәйәсәткә, йә иһә ахырызаманға бәйләп һүҙ ҡуйыртҡан заманда, мәкерле сир тиҙ арала үҙ ағыуын бар илдәргә сәсергә тотондо. Уның алдында хатта донъяла көслө тип һаналған Көнбайыш Европа илдәре лә юғалып ҡалды, юғары кимәлдәге шәхси клиникалар әҙер булмай сыҡты, ҡайһы бер донъя кимәлендәге сәйәсмәндәр араһында баш сөйөп хәбәр һөйләргә яратыусылар ҙа үҙ һүҙен әйтеүҙән тартынды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, коронавирус инфекцияһы барыһын да тигеҙләне: байҙы ла, ярлыны ла айырып ҡарамауын һиҙҙерҙе, юлына осраған ҡаршылыҡтарҙы вата-емерә, ете башлы дейеүҙәй ажғырып, ете ҡитғаны ғына түгел, тотош донъяны “йотоуын” дауам итә.
Әммә бер көн ул да сигенәсәк: вирус юҡҡа сығыр, йәшәү дауам итер. Тик ул иҡтисадҡа, илдәрҙең үҙ-ара сәйәсәтенә, ғөмүмән, көндәлек тормошобоҙға һәм көнитмешебеҙгә үҙ эҙен һалмай ҡалмаҫ.
Үҙ эшен асыусылар бихисап. Бөгөн бер аҙ аҡсаһы һәм теләге булған һәр кем бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ала. Был тәңгәлдә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе лә әһәмиәткә эйә. Кемдер – һатыу буйынса, икенселәре малсылыҡ,
үҫемлекселек, ҡошсолоҡ тармағында үҙ эшен башлаһа, бәғзеләре бөҙрәхана, матурлыҡ салондары, икмәк бешереү цехы аса, сәскәләр менән булыша, шәхси табип кабинеттары булдыра. Ихтыяж булғанда, файҙаланыусылары табыла. Тимәк, был йүнселдәр ниндәйҙер кимәлдә үҙ эшенән ярайһы уҡ табыш ала, башҡаларға эш урындары булдыра, ҡала һәм район ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа үҙ өлөшөн индерә.
Әйтергә кәрәк, был йүнселдәрҙең күбеһе тик бер йүнәлештә формалаша һәм үҫешә. Шуныһына иғтибар итегеҙ, бында һүҙ ҙур предприятие һәм ойошмалар тураһында бармай. Уларҙың хәле ниндәйҙер кимәлдә тотороҡло ҡала килә, сөнки баҙар иҡтисадында тәүге йыл ғына эшләмәйҙәр, иҡтисади көрсөктөң дә төрлө юлдарын үтеп, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс табалар. Етмәһә, дәүләт уларҙы үҙ яҡлауына алды. Бәләкәй бизнес өлкәһендә эшләгән кешеләргә лә ярҙам күрһәтелмәй түгел, күрһәтелә. Тик проблемалар күберәк булып сыҡты шул.
Тәүҙә ике аҙнаға тәғәйенләнгән изоляцияны күптәр әллә ни борсолоуһыҙ ҡабул итте: был ваҡыт ял итеүгә, ғаилә менән бергә булыуға бағышланды, ҡул тейергә ваҡыт тапмаған эштәр атҡарылды, төрлө тәм-том, татлы ризыҡ, аш-һыу бешерелгән фотоһүрәттәр социаль селтәрҙәргә һалынды. Шәхси эшҡыуарҙа ялланып эшләүселәр ҙә үҙ иҫәбенә ебәрелгән ял өсөн артыҡ көйөнмәне. Әммә ҡурсаланыу тәртибе йәнә билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелеп, үҙеңде изоляциялау шарттары бер аҙ ҡатмарлаша төшкәс, ваҡытлыса ябылырға мәжбүр булған эшҡыуарҙар өсөн ысын һынау осоро башланды.
Донъя баҙарында эпидемия башланмаҫ элек нефткә хаҡтың төшөүе, долларҙың күтәрелеүе лә осраҡлы түгелдер, тип иҫәпләй күптәр. Кем белә, бәлки, шулайҙыр. Әммә был ике күренештең тап килеүе килеп тыуған ваҡиғаны тағы ла ҡуйыртып ебәрҙе.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты профессоры, “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультеты деканы, иҡтисадсы Әҙеһәм Барлыбаев белдереүенсә, иҡтисадтың фундаменталь биш һорауы бар. Нимә етештерәһең, кем өсөн, күпме күләмдә, ихтыяж бармы һәм иҡтисади үҙгәрештәр булғанда икенсе йүнәлешкә яраҡлаша алаһыңмы, йәғни әҙерһеңме?
Бөгөн тап һуңғы һорау алдында күп эшҡыуарҙар яуап таба алмайынса юғалып ҡалды. Карантинда ябылып та, ҡайһылары ҡайтанан асылыуға ҡарамаҫтан, улар элеккесә хеҙмәтләндерә алмай. Хеҙмәтләндереү булмағас, табыш юҡ. Көндәлек килем юҡ икән, улар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләй алмай, уларҙы эштән ебәрергә мәжбүр. Шулай уҡ бинаны ҡуртымға алған йәки банктан кредит юлларға мәжбүр булған йүнселдәрҙең күбеһе бөгөн ярға ырғытылған балыҡ хәлендә. Кире һыуға сумып, артабан йөҙә алырҙармы, әллә ҡоро ерҙә ятып, тонсоғорҙармы...
– Иҡтисадты бер ваҡытта ла алдан күҙаллау мөмкин түгел, әммә иҡтисади көрсөккә яраҡлашыуға әҙер булырға кәрәк, яраҡлашыу юлдарын алдан хәстәрләү бер ҡасан да зыян итмәй. Мәҫәлән, был тәңгәлдә страховкалауҙың төрлө юлдары ҡаралған. Икенсенән, эшҡыуарлыҡҡа тотонғанда, бер ваҡытта ла бер генә йүнәлеште һайларға кәңәш ителмәй. Нисек кенә ауыр булмаһын, бер нисә йүнәлештә эш алып барыу кәрәк. Шул сағында иҡтисади көрсөккә дусар эшеңдең берәүһенә ихтыяж булмаған осраҡта ла икенсеһе көнүҙәк булырға мөмкин. Мин һәр саҡ бер иҡтисади йомаҡты телгә алам, ул йомортҡаларҙы төрлө кәрзиндәргә йыйыуға ҡайтып ҡала. Иҡтисадсылар йомортҡаны бер кәрзингә түгел, ә төрлө кәрзиндәргә һалырға кәңәш итә. Ни өсөн тиһегеҙме? Бер һауыттағы йомортҡалар ватылһа йә аңғармаҫтан түңкәрелә ҡалһа, икенсе һауыттағылары мотлаҡ имен ҡала. Шуның кеүек, бәләкәй эшҡыуарлыҡта үҙ кәсебеңде асырға уйлағанда уҡ төрлө тармаҡтарҙы күҙ уңында тотоу ҡамасауламай. Бөгөнгө иҡтисади көрсөк күптәргә яңыса эшләргә ярҙам итәсәк, фәһем бирәсәк. Бер урында тапаныуҙың заман талабына яуап бирмәүе күренде. Тағы ла шуны әйтер инем: донъя тарихында төрлө иҡтисади көрсөктәр булып тора, уларҙың төрлөсә үтеүе мөмкин. Мәҫәлән, әлеге ваҡыттағы кеүек инфекциямы, дефолтмы һәм башҡа рәүештә. Әммә шуны ла оноторға ярамай: һәр көрсөк яңыса үҫешкә, яңы мөмкинлектәргә юл аса, – ти Әҙеһәм Әғзәм улы.
Билдәле булыуынса, күптән түгел бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең күптәренә асылыуға һәм артабан үҙ эштәрен дауам итергә рөхсәт ителде. Әммә уларҙың табышлы эшләп китеүенә ышаныс аҙ. Беренсенән, үҙеңде изоляциялау шарттарындағылар хеҙмәттән файҙаланыуҙан баш тарта, һаҡланыу сараларын үтәй. Шулай булғас, ишеге асыҡ предприятие хеҙмәт күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, уның клиенттары кәмей. Был осраҡта хеҙмәткәр эш биреүсене нисек кенә әрләмәһен, шөғөлө тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмаған йүнсел нисек хеҙмәт хаҡы түләһен? Шул уҡ ваҡытта уға үҙ ғаиләһен ҡарарға ла, ҡуртым өсөн түләргә лә кәрәк.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың коронавирус инфекцияһына бәйле барлыҡҡа килгән проблемаларын хәл итеүҙә дәүләт ярҙамы булмаһа, улар яр ситенә ырғытылған балыҡ хәлендә ҡала. Хәйер, Рәсәй Президенты Владимир Путин бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бар яҡлап ярҙам күрһәтеү, банк кредиттарын түләүҙә “каникул” булдырыу бурысын ҡуйҙы. Ниндәйҙер кимәлдә улар Хөкүмәтебеҙ тарафынан яҡлаулы, ә бына эшҡыуар менән бер ниндәй килешеү төҙөмәйенсә, көндәлек хаҡҡа ялланып хеҙмәт күрһәткәндәр, ысынлап та, йылғаның икенсе ярында тороп ҡалды. Тырнаҡ йә ҡаш буяу, сәскә прическа яһаусылар, билмән бөгөү, һалма ҡырҡыу, икмәк бешереү кеүек өлкәлә эшләгәндәрҙең күбеһе әле эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа. “Дәүләтте байыҡтырмайым, үҙем өсөн эшләйем” тигәндәргә иҡтисади көрсөктө йырып сығыуы бигерәк тә ауырға тура киләсәк.
– Коронавирус инфекцияһының эҙемтәһе һиҙелерлек беленә, әлбиттә. Элек мөрәжәғәт итеүселәрҙең иҫәбе-һаны булмаһа, бөгөн көнөнә ике-өс кенә кеше килә. Күберәк ауыл ерендә йәшәгән кешеләр алдан яҙылып килә торғайны, шулай уҡ оло йәштәгеләр ҙә йыш мөрәжәғәт итә ине.
– Үҙ эшемде асыу өсөн банктан кредит алдым, клиенттарҙы ҡабул итеү өсөн бүлмә лә ҡуртымда. Көндәлек килемгә йәшәнек, шуларҙы йыйып, бурыстарымды ҡапланым. Артабан нисек эшләргә икән, тип баш ватам, юғалтыуҙарҙы көн һайын иҫәпләйем, бурыстар күләме арта бара. Эшҡыуарлыҡты ҡайтанан асырға рөхсәт ителеү менәнме ни, клиенттарың булмағас... Туй, юбилей тантаналары, сығарылыш уҡыусылары кисәләрендә бик яҡшы килем ала торғайныҡ.
Зәлифә, шәхси эшҡыуарҙа эшләгән һатыусы:
– Аҙыҡ-түлек һатҡан танышымдың сауҙа нөктәһендә һатыусы булып эшләнем. Бер ниндәй килешеү төҙөлмәне, эш хаҡын көн һайын түләне, ҡайһы саҡта аҙыҡ-түлек менән иҫәпләште. Карантин иғлан ителгәс тә, эштән китеүемде һораны, үҙе һатырға сыҡты. Бөгөн мин эшһеҙ ҡалдым, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тормайым. Ни эшләргә?