Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 09:00

Кеше үлтереүсе ҡулға алынған

Шунан был әҙәм енәйәт урынынан ҡаса һәм полиция хеҙмәткәрҙәренән төрлө урындарҙа таныштарында йәшеренеп ята.

Баҡалы районында федераль эҙләүгә бирелгән 43 йәшлек ир ҡулға алынған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске 'штәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Баҡалы кешеһе танышын үлтереүҙә ғәйепләнә. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Асыҡланыуынса, 26 апрелдә әрләшкәндән һәм һуғышҡандан һуң, был ир 33 йәшлек танышының күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә. Ауыр тән йәрәхәте алған зыян күреүсе урында уҡ йән бирә. Кеше ғүмерен ҡыйғандан һуң, был әҙәм енәйәт урынынан ҡаса һәм полиция хеҙмәткәрҙәренән төрлө урындарҙа таныштарында йәшеренеп ята.

«Әле был ваҡиға буйынса материалдар Тәфтиш комитетына ебәрелгән. Ғәйепләнеүсе ир һаҡ аҫтына алынған", - тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: yandex.ru
Читайте нас