Нәҡ шулай: ғаләм – ғилемлеләр ҡулында, тип тиккә әйтмәй халыҡ.
2011 йылдың көҙөндә булды был хәл. Йоманан һуң булдымы икән, мәсеткә бер төркөм ир-ат килеп тулды. Араларында таныштары ла, таныш булмағандары ла бар. Был – Рәсүл хәҙрәт, Мысырҙа Әл-Әзһәр университетында уҡып йөрөгән Белорет егете, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Әмир ағай Сәйетбатталовтың ярҙамсыһы булып эш башлаясаҡ, тип таныштырҙылар йәш кенә егет менән.
Күрер күҙгә күркәм, шундай аҡыллы ҡарашлы, тыйнаҡ һәм белореттарса үҙенсәлекле һөйләшкән был егет тиҙ арала ысын мәғәнәһендә үҙебеҙҙеке булды ла китте. Эшен көнөн-төнөн халыҡты уҡытыуҙан башланы ул. Бәғзе саҡ дәрестәре төн таңға ауышҡас ҡына бөтә ине. Ул осорҙа, билдәле, мәсеткә күбеһенсә шул әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов ғилеме, унан бигерәк күркәм холҡо менән алдырҙы – уның дәрестәрен бер тыңлаған кеше икенсеһенә бармай ҡалманы. Көнгә-көн, айға-ай, йылға йыл бәйләнде. Остазыбыҙҙың уҡытҡан төркөмдәре, уҡыусылары ишәйҙе.
Ике йыл имам-мөхтәсиб ярҙамсыһы булып эшләгәс, Учалы районының Баттал ауылы ҡыҙы, ул саҡта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән Лилиә Муса ҡыҙына өйләнеп, шаулатып туй ҙа үткәреп ебәрҙе хәҙрәтебеҙ.
Өйләнгәс, кәләше лә ҡырҙыҡы булғас, китә инде, тип бошондоҡ. Юҡ, ғаиләһе менән Бөрйәндә төпләнеп ҡалды ғилемле хәҙрәтебеҙ.
Бөрйән халҡы күпләп дингә килде, мәсеттә бер көн ҡатын-ҡыҙҙар уҡыһа, иртәгәһенә ир-ат белем алды. Тора-бара Баҙал биҫтәһендәге иҫке мәктәп бинаһын район мосолмандары көсө менән ремонтлап, мәҙрәсә итеп ебәрҙеләр. Берәүҙәр – шунда, икенселәр мәсеттә белем алды. Рәсүл хәҙрәттең тәүге дәресенә барып, ғәрәп әлифбаһы буйынса һабаҡ алғас, тәүге уйым шул булды: “Был кәкерсәк-бөкөрсәктәрҙе мин уҡый ҙа, яҙа ла алмам, моғайын...”
Өйрәтте, һәр беребеҙҙең күңеленә юл тапты, шайтандарыбыҙҙы еңеп, ислам дине тигән төпһөҙ-ҡырыйһыҙ даръяға ысын күңелдән сумырға булышлыҡ итте остазыбыҙ. Шөкөр, бөгөн мәсеттә, мәҙрәсәлә уның уҡыусылары (үҙҙәре Рәсәй ислам университетын бөтөп ҡайтҡан шәкерттәре) халыҡты уҡыта. Күмәкләп Ҡөрьән сығабыҙ, аят-сүрәләр ятлайбыҙ, мосолман донъяһындағы иң ҙур һәм мөһим байрамдарҙан булған Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен билдәләйбеҙ.
Тәүҙә, фатирһыҙлыҡтан ыҙалап, кешенең “избенка”ларында йәшәне хәҙрәтебеҙ. Районыбыҙ эшҡыуарҙары, ябай халыҡ ярҙамы менән “Әбделмән” мәсетенең ихатаһына хәҙрәт өйө төҙөлдө. Көнкүреш өсөн бөтә шарттары булдырылған яңы, матур йортта йәшәй ул хәҙер үҙенең ҙур ғаиләһе менән. Ҙур, тимен, сөнки, әлхәмдүлилләһ, Рәсүл хәҙрәтебеҙ ошо яҙҙа өсөнсөгә атай булды – хәләле Лилиә абыстай уға йәннәт еҫле Йәннәт атлы ҡыҙ табып бирҙе. Өлкән ҡыҙҙары Балҡис (был ишетер ҡолаҡҡа ят исемдең дә үҙ тарихы бар: Сөләймән ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны – батшабикә Балҡистың исемен ҡушҡандар) менән Фәруҡҡа иптәшкә.
Әйткәндәй, Белорет педагогия колледжын, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт-ғәрәп бүлеген “ҡыҙыл диплом”ға тамамлаған, Төркиәлә ярты йыл Ҡөрьән, дини ғилем өйрәнеп ҡайтҡан Учалы ҡыҙы Лилиә дин эштәрен бергәләшеп тарта – ул райондың йәш мөслимәләренең ”Хәлилә” тигән иттифағын булдырҙы. Йәш ҡатын-ҡыҙҙар абыстай етәкселегендә ифрат ҙур эштәр менән шөғөлләнә: төрлө акциялар үткәрәләр – дауаханала ятҡан оло быуын кешеләренә, һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына тәмлекәстәр, хәләл ризыҡтар бешереп алып баралар, районыбыҙҙың тәбиғи ҡомартҡыларынан булған Бәхет шишмәһен таҙалайҙар, мәсет баҡсаһына сәскәләр ултыртып тәрбиәләйҙәр, дежурлыҡ ойоштороп, мәсетте тәртиптә тоталар. Бынан тыш, ауыр тормош шарттарында йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә хәйриә ярҙамы күрһәтәләр, йыл һайын мәсеттә балалар өсөн Ҡорбан байрамы алдынан үткәрелә килгән “Иман нуры” лагерындағы уҡытыу-тәрбиә эштәрендә әүҙем ҡатнашалар, район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн “Гүзәл мөслимә” тигән бай йөкмәткеле конкурс ойоштороп, райондаштарҙы ғына түгел, күрше-тирәнән килгән халыҡты хайран итәләр, мәсеттә, мәҙрәсәлә йылдың-йылы төрлө уҡыуҙар, саралар, бәйгеләр үткәреп, дини ғилем тараталар, дәғүәт эштәре менән ауылдар буйлап осрашыуҙар үткәрәләр, ғөмүмән, барыһына ла өлгөрәләр, булмаҫтайҙы булдыралар.
Эйе, уңды Бөрйән үҙенең имам-мөхтәсибенән, хәҙрәтенән. “Рәсүл хәҙрәт йома үткәрәме, Рәсүл хәҙрәт уҡытамы? Ул булһа, мәсеткә барғы ғына килеп тора”, – ти ауылдың йәше-ҡарты. Беҙ, район ағинәйҙәре, уны үҙебеҙҙең улыбыҙ кеүек яратабыҙ, үҙ итәбеҙ, ғилеменә, тыйнаҡлығына, кешелеклегенә, ябайлығына һоҡланабыҙ.
“Рәсүл хәҙрәт ҡайтҡан, мәсет тышында машинаһы тора, ул булмағас, мәсеткә бармай киткәйнем, торғаны менән мәсеткә, иман юлына ылыҡтырғыс кеше бит ул, һау ғына булһын инде, үҙен күрмәһәм дә, күңелгә йылы булып китте”, – тип һөйөнсөләп шылтырата күршем Клара апай.
Эйе, бөрйәндәрҙең һөйөүен, оло ихтирамын тиҙ арала һәм ғүмерлеккә яуланы Белорет уҙаманы Рәсүл хәҙрәт. Уның идеяһы һәм дөйөм халыҡ көсө менән район үҙәгендә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы “Фурҡан” мәсете ҡалҡып сыҡты. Былтыр көҙ бинаның башы ябылды. Эске эштәре генә ҡалып бара. Төҙөлөштө ойоштороусы, көйләүсе, йүнләүсе лә – хәҙрәтебеҙ.
Ислам диненең бер терәге булған хаж ғәмәлен дә үтәп ҡайтырға насип булды хәҙрәтебеҙгә. Бында ла Аллаһтың хикмәте бар – бер йылы Белореттағы оло ғына йәштәрҙәге бер инәй, инде олоғайҙым, хаж ҡыла алмайым, барһаң, минең исемдән дә ғүмрә хажы ҡылырһың, тип бер мосолманға байтаҡ ҡына аҡса бирә. Теге кеше хаж ғәмәлен үтәп ҡайтһа ла, инәйҙең күңеле булмай – аҡсаһын биреп, тағы кемделер ебәрмәк итә. Рәсүл хәҙрәт инәйгә: “Аҡса биреп кеше аша ебәргәнһең бит бер тапҡыр. Әйҙә, инәй, тағы ла ҙурыраҡ сауап алғың килһә, аҡсаңды джәриә саҙаҡаһы (сауабы оҙаҡ бөтмәй торған саҙаҡа) итеп, Бөрйәндә төҙөлөп ятҡан “Фурҡан” мәсете файҙаһына бир”, – тип кәңәш бирә.
Изгелек ҡылырға теләге ҙур булған инәй барлыҡ аҡсаһын мәсеткә бирә лә инде. Район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан төҙөлөшкә индерә уны Рәсүл Ғәли улы. Аллаһ Тәғәлә күпмелер ваҡыттан уның үҙенә хаж сәфәрен ҡылып, ислам диненең тағы бер терәге булған хаж ғәмәлен үтәп ҡайтыусыларҙан итә. Ғәрәп телен һыу һымаҡ эскән имамыбыҙ унда үҙҙәренең төркөмөнә тылмас булараҡ йөрөп ҡайта.
Эйе, хәҙрәтебеҙҙең районыбыҙ, динебеҙ өсөн башҡарған эштәре бихисап – бер Аллаһ белә. Бөтәһе уның күҙенә ҡарап: ”Рәсүл хәҙрәтебеҙ”, – тип тора икән – бында ла Хоҙай Тәғәләнең сикһеҙ хикмәте һәм рәхмәте. Беҙ, бөрйәндәр, ошондай ғилемле, аҡыллы, күркәм холоҡло хәҙрәт менән бүләкләгәне өсөн ғаләмдәр Раббыһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.