Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 16:45

Туҡмаған да үлергә ҡалдырған...

Был хаҡта белеп ҡалған ир тиҙ арала йәшәү урынын алмаштырған, унан бөтөнләй Рәсәйҙән ситкә, Үзбәкстанға сығып киткән.

Өфөлә тәфтишселәр бынан күп йылдар элек ҡылынған енәйәтте асыуға өлгәшкән. Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бынан 15 йыл элек, 2005 йылдың сентябрендә полицияға баш ҡала фатирҙарының береһендә ҡатын-ҡыҙ мәйете табылыуы, уның тәнендә үлемесле йәрәхәттәр булыуын еткергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта был ҡот осҡос енәйәтте кем эшләгәне асыҡланмаған.
Быйыл тәфтишселәр эште яңынан барлаған, шаһиттар менән һөйләшкән һәм 48 йәшлек Өфө кешеһенең эҙенә төшкән. Һорау алған ваҡытта кире ҡаҡҡыһыҙ иҫбатлауҙар нигеҙендә енәйәтсе был аяуһыҙ ҡылығын таныған.
Тәфтишселәр әйтеүенсә, 2005 йылдың авгусында алкоголле эсемлек ҡулланып ҡыҙып алған таныштар араһында бәхәс сыҡҡан. Ир ҡатынды ныҡ итеп туҡмаған. Уныһы бер нисә көндән алған тән йәрәхәттәренән фатирында вафат булған. Был хаҡта белеп ҡалған ир тиҙ арала йәшәү урынын алмаштырған, унан бөтөнләй Рәсәйҙән ситкә, Үзбәкстанға сығып киткән.
Әлеге ваҡытты был әҙәм аҡтығы ҡулға алынған. Ул ҡылған енәйәте өсөн тейешле язаһын аласаҡ.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Читайте нас: