1 июлдән Башҡортостанда киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем алкоголь һатыуҙы тыйған сикләү ғәмәлдән сығарыла. Республикала иҫерткес эсемлектәр федераль кимәлдә ҡулланылышта булған режимға ярашлы, йәғни иртәнге һигеҙҙән төнгө ун бергә тиклем һатыла башлаясаҡ.
Әлеге сикләү ғәмәлдә булған саҡта республика халҡының бер өлөшө күрше төбәктәрҙең ауыл-ҡалалары кибеттәренә йөрөүҙән дә баш тартманы. Ғөмүмән, эсергә теләгән кеше барыбер теләгенә ирешә, законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа иткән кешеләрҙән сифаты шикле продукция һатып алып, улар кеҫәһен байыта, үҙ сәләмәтлеген, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әлеге шарттарҙа Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының вәкәләттәре бер ни тиклем арттырылыуы хаҡында хәбәр итте. Хәҙер ведомство айырым муниципалитеттарҙа алкоголде ваҡлап һатыу урындарын һәм ваҡытын сикләй ала. Мәҫәлән, берәй ҡалала йәки районда байрам ойошторолоп, унда иҫерткес эсемлектәр һатылыуын теләмәһәләр, ошо ерлеккә генә ҡағылған сикләү индерелеп тороласаҡ.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы алкоголь һатыуҙы 21 йәштән рөхсәт итеү тәҡдиме менән сыҡты. Әлегә был тәҡдим профилле министрлыҡтар тарафынан өйрәнелә.