Йәмғиәт
5 Июня 2020, 18:30

Бер пуля... ике кешенең башына еткән

Әбйәлил районында 58 йәшлек ир һунар мылтығы менән 17 йәшлек туғанын һәм танышын атып үлтерә.

Башҡортостан Юғары Суды ике кешене атып үлтергән енәйәтсегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Был турала республика прокуратураһы хәбәр итә.

2019 йылдың апрелендә Әбйәлил районында ҡот осҡос фажиғә теркәлә. 58 йәшлек граждан һунар мылтығы менән ике кешене атып үлтерә.
Башҡортостан прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, был ир һәм 17 йәшлек үҫмер туғаны араһында низағ килеп тыуа. Тап шул ваҡытта эргәләрендә ғәйепләнеүсенең танышы ла була. Шайтан һыуына иҫергән әҙәм сейфынан һунар мылтығын ала ла үҫмергә тоҫҡап атып ебәрә. Пуля ҡораллы ирҙең иптәшенең башы аша үтеп, уның артында торған йәш туғанының башына эләгә. Зыян күргәндәрҙең икеһе лә алынған йәрәхәттәрҙән урында уҡ йән бирә.
Ғәйепләнеүсе мылтығын алып полициянан урманға ҡасып китә, ләкин тиҙ арала ҡулға алына. Башҡортостан суды ҡарары менән ул 17 йыл һәм 6 айға иркенән мәхрүм ителде, шулай уҡ әхлаҡи зыян күрһәткәне өсөн ике миллион һум күләмендә аҡса түләйәсәк.

Фото: twitter.com
Читайте нас