Йәмғиәт
5 Июня 2020, 06:00

Дегәнәк кенә тимә...

Дегәнәк тамырында протеиндар, эфир майҙары, B, C, E, A, P витаминдары, туплау матдәләре, минераль тоҙҙар, органик кислоталар бар.

Шәкәр ауырыуы, гастрит булғанда түбәндәге рецепт булыша: бер аш ҡалағы ваҡлап туралған япраҡ өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу һалып, ярты сәғәт төнәтегеҙ. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр аш ҡалағы эсегеҙ. Дегәнәк тамырында протеиндар, эфир майҙары, B, C, E, A, P витаминдары, туплау матдәләре, минераль тоҙҙар, органик кислоталар бар. Уны матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, бөйөргә таш ултырғанда файҙаланалар. Төнәтмәһен ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланыу яҡшы.
Япраҡтарынан яһалған төнәтмә бөйөр ауырыуҙарынан, быуындарҙа елкенһенеү процесы барғанда, эсәклек менән проблемалар булғанда булыша. Дегәнәк япраҡтарын йыуып, ит үткәргес аша сығараһығыҙ ҙа һутын һығып алаһығыҙ. Барлыҡҡа килгән һутҡа шуның тиклем үк шыйыҡ бал ҡушаһығыҙ, спирт өҫтәйһегеҙ. Әйтәйек, биш өлөш дегәнәк һутына биш өлөш бал һәм бер өлөш медицина спирты алына. Ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсегеҙ.
Дегәнәк япрағын йомшарғансы бешерәбеҙ, һыуын түгәбеҙ. Япраҡҡа йомшартылған атланмай ҡушабыҙ. Әлеге майҙы сәс ҡойолғандан ҡулланырға кәңәш ителә. Дегәнәк япрағын һөттә тотоп, ауыртҡан быуындар өҫтөнә ҡуйып тороғоҙ. Тоҙ ултырғандан һәм ревматизмдан да булыша ул. Япраҡ өҫтөнә компресс өсөн махсус ҡағыҙ ябып, марля менән бәйләп ҡуйығыҙ. Шулай ҙа дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото: Yandex.com
Читайте нас