Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 14:38

Күмәкләп арҡама бысаҡ ҡаҙанылар...

Оксана менән бынан бер нисә йыл элек диңгеҙ буйында ял иткәндә танышҡайныҡ. Һомғол буйлы, һипкелле ҡатындың ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар һымаҡ тойолдо. Алсаҡ, көләкәс ҡатын менән яҡташтар булып сыҡтыҡ: ул да Башҡортостандан, бер ҙур ҡасабанан икән. Ялға үҫмер улы һәм ҡыҙы менән килгән. Шулай бер кис Оксана менән тормош хәлдәре тураһында һөйлә­шеп киттек. Уның бәйәнен һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Оксана менән бынан бер нисә йыл элек диңгеҙ буйында ял иткәндә танышҡайныҡ. Һомғол буйлы, һипкелле ҡатындың ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар һымаҡ тойолдо. Алсаҡ, көләкәс ҡатын менән яҡташтар булып сыҡтыҡ: ул да Башҡортостандан, бер ҙур ҡасабанан икән. Ялға үҫмер улы һәм ҡыҙы менән килгән. Шулай бер кис Оксана менән тормош хәлдәре тураһында һөйлә­шеп киттек. Уның бәйәнен һеҙгә лә тәҡдим итәм.


...Оксана ғаиләлә яңғыҙ тәр­биәләнгән. Атаһы менән әсәһе, арыу ғына урында эшләгән кешеләр, ҡыҙҙарын етеш тормошта, ҡәҙер­ләп кенә үҫтер­гәндәр. Әлбиттә, матди яҡтан проблема белмәгән сибәркәй­ҙең артынан егеттәр йөрө­мәй тор­мағандыр, әммә Валера бары­һын да уҙҙырған. “Яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым”, – тип Оксананан тотам да ҡалмай күңелен арбаған ул.
Һәүетемсә тормош көтөп алып киткәндәр, бер-бер артлы балалары тыуған. Донъяларын теүәллә­гәндәр: бер-береһен яратып йәшәй­ҙәр, ата-әсәләре эргәһендә, матди проблема юҡ, һау балалар үҫеп килә – бәхет өсөн тағы ни кәрәк?
Оксаналарға йыш ҡына Өфө­нән Валераның апаһы Лена ғаиләһе менән ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Апай тигәс тә, ике йәшкә генә өлкән, уның да бәләкәй ҡыҙы бар. Ҡайһы саҡта ул үҙе менән йән әхирәте Эльмираны һәм уның ире Вадимды ла эйәртә. Йәштәр тәбиғәттә бер­гәләп шешлек ҡурырға йөрөй, байрамдарҙы бергә ҡаршылай, ҡыҫҡаһы, ғаилә дуҫтарына әүерелә.
Тик Эльмира әхирәттәренә йыш ҡына зарын һөйләп ала: Вадим менән ни тиклем яҡшы һәм оҙаҡ йәшәһәләр ҙә, балалары юҡ. Тикшеренеү үткәндәр, сәбәп ирҙә тигәндәр... Эльмира иһә әсәлек бәхетен татырға хыяллана, Оксана менән Ленаның бәпестәрен күргән һайын, улар менән уйнап туймай.
Тормош ҡәҙимгесә дауам ит­кәндә, бер мәл Оксананың Вале­раһын алмаштырып ҡуялармы ни: йыш кәйефһеҙ ҡай­та, Оксана менән һөйләшмәй, эштә оҙаҡлай башлай. Балалары менән дә ҡыҙыҡһынмай. Бер нисә тапҡыр эшкә киткән ере­нән ҡунырға ла ҡайтмай: Өфөгә барғанда машина боҙолдо, эш килеп сыҡманы, көтөргә мәж­бүр булдыҡ, тип аңлата ул юғалып торғанын.


Шулай бер көн Оксанаға, ҡәҙимгесә, әхирәттәре ҡунаҡҡа килә. Ирҙәр усаҡ яғып, шешлек ҡурғансы, Лена менән Эльмира Оксанаға шатлыҡлы хәбәр еткерә: ниһайәт, Эльмираның иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан, ул бәпес көтә! Йәш ҡатындың бәхете эсенә һыймай, балҡып тора. Ире лә эргәһенән китмәй... Тик Оксана­ның Валераһы ғына был ваҡытта бер аҙ ситтәрәк, һөмһөрө ҡойолоп, күҙәтеп тора...
...Ошо хәлдән бер нисә көн үткәс, Оксанаға Эльмира шылтырата, телефон аша ярһып-ярһып һөйләгән хәбәрҙең айышына тәүҙә төшөн­мәйерәк тора Оксана:
– Һин аңра, һуҡыр бисә, Оксана! Валераң һине күптән алдай! Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ! Ҡары­нымдағы бала ла – һинең иреңдән! Ә һеҙгә ҡунаҡҡа уның йәнен көйҙөрөр өсөн генә барҙым! – Эльмираның шаңҡыт­ҡыс хәбә­ренән саҡ иҫтән яҙмай ҡатын.
Анау көндә генә, ошонда, уның өйө түрендә, тәмле-татлы аштарын ашап, “мин, ниһайәт, бәпес көтәм!” тип ултырған әхирәтенең балаһы – уның иренән? Валера ла, уның апаһы ла, тимәк, был хәлде күптән белгән һәм Оксананың ҡунаҡтар алдында өлтөрәп йөрөгәненә эстән көлөп ултырған?
Өйҙә янъял ҡуба. Оксана, Эльмира шылтыратты, тигәс, Валера ла танмай, барыһын да һөйләп бирә. Эйе, бер-береһен оҡшат­ҡандар, күптән осрашалар, бергә йәшәргә уйлайҙар...
Ошо хәлдән һуң Валера Өфөгә Эльмира янына күсеп китә. Был хәлде уның ире Вадим нисек кисер­гәндер, мәгәр был икәү Эльмираның оло йәштәге ата-әсәһе менән бер фатирҙа донъя көтә башлай. Тиҙҙән бәпес тә тыуа – малай. Уға Валера үҙ фамилияһын бирә... Оксана иһә айырылышыу өсөн документтар туплай башлай.
Бер нисә айҙан Оксанаға хәбәр ет­керәләр: Валера ҡаса­баға кире әйлә­неп ҡайтҡан, имеш. Ата-әсәһендә йәшәп ята икән. Шулай Эльмира менән икеһенең “ҡайнар мөхәббәтен” донъяның ығы-зығыһы тиҙ генә юҡҡа сығарған: тығыҙ фатирҙа, мыжыҡ ҡайны-ҡәйнә һәм бәлә­кәй бала менән оҙаҡҡа түҙмәгән Валера. Ә тегеһе кире Вадимына ҡайтҡан икән... Баланы бергә тәрбиәлә­мәкселәр, имеш. Бына шулай, Валера менән Эльми­раның аҙғынлығы нисә ғаиләнең бәхетен селпәрәмә килтерә, күҙ йәштәренә мансый...
...Оксана Валера менән ос­рашмаҫҡа, аралашмаҫҡа ты­рышһа ла, бер ҡасабала быны эшләүе ҡыйын була, әлбиттә. Уныһы иһә балалары янына килеү сәбәбе менән Оксанаға ҡабаттан яҡынлаша башлай. Йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, улы менән ҡыҙы хаҡына ирен өйгә кире индерергә мәжбүр була ҡатын.
“Барыбер бер нәмә лә элек­кесә түгел. Ышанмайым, хыянатын ғәфү итә алмайым. Апаһының ике йөҙлөлөгө лә арҡаға бысаҡ ҡаҙа­ғандай булды. Тағы ла шуныһы: бала ирем исеменә яҙылғас, сит илгә йы­йынған һайын, Эльмира Ва­лераға шылтырата, атай бу­лараҡ сәйәхәткә рөхсәт ала. Ирем үҙгәрҙе, ул хәҙер күпкә моңһоуыраҡ, йыш ҡына үҙ эсенә бикләнә. Ғүмерҙә уйла­маған ерҙән йорт һалырға кереште – күберәк шул төҙөлөштә булыша. Белмәйем, бәлки, ваҡыт яраларҙы дауалар, әммә улар ҡанһырауҙан туҡтағаны юҡ”, – тип тамамланы һүҙен Оксана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә Оксана менән Валераның ғаиләһе нисек йәшәгәнен, улар бергәме-юҡмы икәнен белмә­йем. Балалары ла үҫеп бөт­кәндер инде. Тормош юлындағы ошо һынауҙы лайыҡлы үткән­дәрҙер, башҡа ундай аяуһыҙ хаталарҙы ҡабатлама­ғандарҙыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: